Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙҮРҮҘӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 846

ЙҮРҮҘӘН‑ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттары ерендә Йүрүҙән й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1784 й. алып А.И.Дурасова, 1803 й. — Н.А.Дурасов (ҡара: Дурасовтар), 1812 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1815) — БелосельскийБелозерскийҙар. Йүрүҙән тау округына ингән. 1760 й. эшләй башлай. Домна мейесе һәм 4 сүкеше, 1773 й. 2 домна мейесе, 6 крица һәм 2 якорь горны, 12 сүкеше, ҡырҡыу‑йәмшәйтеү станы, 1809 й. 2 домна мейесе, 22 горны һәм 15 сүкеше була. 18 б. аҙ. завод яҡынса 159 мең дисәтинә ер биләй, 8 рудникка хужа була. 18 б. аҙ. Й.‑И.з. 845 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 19 б. уртаһында 840 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә заводта 43,07 млн бот суйын иретелә. 1830 йй. аҙ. уртаса етештереүсәнлек йылына (мең бот): суйын — 220, тимер — 120, ҡорос — 6, суйын ҡойоу — 1,5; макс. етештереүсәнлек (мең бот): суйын — 1047,7 (1900), тимер — 397,6 (1898). 1807 й. заводта вагранка ҡорола, 1848 й. пудлингылау индерелә. 1880 йй. башында ҡаҙан тимере һәм рельс нығытмалары етештереү өсөн прокатлау станы, 20 б. башында мартен мейесе ҡуйыла; ҡаҙан суйыны һәм рельс етештереү цехы асыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында завод яндырыла, 1776 й. тергеҙелә. 20 б. башында Й.‑И.з. эшселәр сыуалыштары була, улар эш хаҡын арттырыуҙы, завод хакимиәте башбаштаҡлығына сик ҡуйыуҙы талап итә. 1908 й. ябыла. Граждандар һуғышынан һуң заводта тергеҙеү эштәре алып барыла, металл эшкәртеү ҡорамалдары ҡуйыла. Й.‑И.з. нигеҙендә “Йүрүҙән механика заводы” ААЙ ойошторола. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Йүрүҙән ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019