ЙОСОПОВ Азат Тимерйән улы
957
ЙОСОПОВ Азат Тимерйән улы (30.3.1978, Өфө — 13.10.2001, Киров өлк., тыуған яғында ерләнгән), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.В.Ребров). 1996 й. алып Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһаған (С.Н.Игнатьев). Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2001) һәм бронза (2000) призёры, хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (2001). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999 й. алып).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: