Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ ҺАНЫ

Просмотров: 1451

ХАЛЫҠ ҺАНЫ, соц.-иҡт. шарттарға, халыҡтың йәшәү кимәленә, халыҡ һанының ғәмәли үҙгәрешенә, халыҡ миграцияһына бәйле. Йыл башындағы һәм уртаса йыллыҡ Х.һ. (йыл башындағы һәм аҙағындағы уртаса арифметик дәүмәл) күрһәткестәре ҡулланыла, улар демографик коэф. иҫәпләү өсөн нигеҙ булып тора. Демографияла миграция хәрәкәтенә бәйле түбәндәге халыҡ категориялары айырыла: даими (ваҡытлыса урындарында булмағандарҙы иҫәпкә алып халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында торама пунктта йәки билдәле терр-яла йәшәүселәр; хеҙмәт ресурстарын, торлаҡ фондын иҫәпләгәндә, соц. инфраструктура учреждениеларын төҙөгәндә ҡулланыла); бар булған (ваҡытлыса йәшәгәндәрҙе иҫәпкә алып халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында торама пунктта йәки билдәле терр-яла булғандар; хеҙмәт өлкәһен ойоштороу маҡсатында ҡулланыла); юридик (торама пунктта рәсми теркәлгән халыҡ). Башҡортостанда Х.һ. (мең кеше): 1926 й. — 2665,8; 1939 — 3159,0; 1959 — 3336,6; 1970 — 3814,9; 1979 — 3844,3; 1989 — 3943,1; 2002 — 4104,3; 2009 — 4057,3, ш. иҫ. ҡала халҡы — 2426,3 мең (59,8%), ауыл халҡы — 1631,0 мең (40,2%) кеше.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019