Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРЕНСӘСКӘ

Просмотров: 673

ИРЕНСӘСКӘ (Stachys), иренсәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы бер һәм күп йыллыҡ үлән йәки бәләкәй ярым ҡыуаҡ. Һабағы 4 ҡырлы, төҙ, һирәгерәк бөгөлгән, ябай йәки осонда тармаҡлы, 10—120 см бейеклектә. Япрағы оҙонса ланцет, оҙонса йомортҡа, таҫма рәүешендә, осло, һаплы, нигеҙе ныҡ беленгән йөрәк рәүешендә. Сәскәһе аҡ, һары, алһыу, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә, өҙөк башаҡ барлыҡҡа килтереүсе ялған суҡтарға йыйылған. Каса япрағы 5 тешле, тажының өҫкө ирене батынҡы йәки торҡа рәүешендә, аҫҡыһы 3 айырсалы, урталағыһы эре. Һеркәстәре 4, аҫҡылары оҙон. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремаға) бүленеүсе ценобий. Һаҙ И. — йылға, күл буйында, ер аҫты һыуҙары сыҡҡан урында, ҡыуаҡлыҡта; шифалы һәм урман И. — урманда һәм урман ситендә, ҡыуаҡлыҡта; бер йыллыҡ И. — аҡланда, сиҙәмдә, сәсеүлектә, юл ситендә; төҙ И. далала, эзбизле һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә; республиканың бөтә территорияһында таралған. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Һаҙ И. — баллы үҫемлек, төҙ И. — ағыулы үҫемлек.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2024
Связанные статьи: