Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Һарун Вәли улы

Просмотров: 687

ЙОСОПОВ Һарун Вәли улы (22.6.1914, Ҡазан — 26.6.1968, шунда уҡ), археолог, тюрколог, этнограф. Тарих ф. канд. (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1941), 1946 й. алып шунда уҡ эшләй (этнография музейы мөдире). 1952 й. башлап СССР ФА БФ‑ының ТТӘИ‑ндә (1955 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1958 й. — СССР ФА Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре иртә тимер быуатҡа арналған. Башҡортостанда Воскресенский ҡаласығын, Имәндәш ҡаласығын, Касьянов ҡаласығын, Ҡормантау торағын һәм ҡаласығын, Табын ҡаласығын һ.б. аса һәм өйрәнә. Й. тарафынан Волга буйы һәм Урал алдының эпиграфик (ҡара: Эпиграфика) ҡомартҡылары йыйылмаһы туплана һәм төҙөлә (13—14 бб. ҡараған 600‑гә яҡын эпитафия). ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1944).

Хеҙм.: Древнейшие поселения Гафурийского района БАССР //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959; Введение в булгаро-татарскую эпиграфику. М.; Л., 1960.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019