Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 719

СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ (Chelidonium), мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө— эре С.ү. билдәле, Евразияла таралған. Ҡыҙғылт һары төҫтәге һөт һымаҡ һуты булған һәм ныҡ ботаҡланған үҙәк тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы һутлы, төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Япрағы йомшаҡ, ябай, сиратлы, ишһеҙ ҡауырһын һымаҡ бүленмә, эре йомортҡа һымаҡ боролмалы айырса йәки теленмә‑киртләс өлөшлө; аҫҡылары — һаплы, өҫкөләре — ултырма, өлөш һандары әҙерәк. Сәскәһе сатыр һымаҡ сәскәлектә урынлашҡан, асыҡ һары төҫтә; 2 каса япраҡсаһы (сәскә асылған саҡта ҡойола), 4 таж япрағы бар, һеркәстәре күп. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ һымаҡ ҡумта (төбөнән башына табан 2 ҡапҡасҡа асыла), июнь—сент. өлгөрә. Күләгәле һәм таулы урман буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, парктар һәм баҡсаларҙа, торлаҡ янында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында осрай. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, медицинала ҡулланыла. Һитә сығарыусы, ағыулы үҫемлек.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019