Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы

Просмотров: 1444

ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы (28.1.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сыйрышбаш а.), тау инженеры‑геолог. Техник ф. канд. (1975). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1989), ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970), ТР‑ҙың почётлы нефтсеһе (2003). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1962). 1948 й. алып Татар промысла‑геофизика экспедицияһында, 1950 й. — “Башнефтегеофизика” тресы Бөгөлмә геофизика контораһының Яңы Песмән экспедицияһында эшләй. 1953—90 йй. “Татнефтегеофизика” ПБ‑нда (Бөгөлмә ҡ.): Әлмәт промысла‑геофизика контораһының интерпретация партияһы нач., 1958 й. башлап Лениногорск промысла‑геофизика контораһының баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ҡатламдарын гидродинамик тикшереүгә арналған. Й. ҡатнашлығында Ромашкино, Яңы Елхов нефть ятҡылыҡтары (икеһелә лә – ТР) асыла һәм эшкәртелә, битум ятыштарын эҙләү һәм разведкалау өсөн скважиналарҙы геофизик тикшереү комплексы, контур аръяғы буйлап һәм контур эсенә һыу ебәргәндә һыуланған ҡатламдарҙың урынын билдәләү ысулы эшләнә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1980), И.М.Губкин ис. пр. (1970, 1973) лауреаты.

Хеҙм.: Комплексная интерпретация данных опробирования пласта. Казань, 1974.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: