Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Ринат Мөхәмәт улы

Просмотров: 1326

ЙОСОПОВ Ринат Мөхәмәт улы (13.11.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. — 15.1.2011, Өфө), антрополог, этнограф. Тарих ф. канд. (1982). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем һәм 1980 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Урал халҡының палеоантропологияһына, башҡорттарҙың тарихына, антропологияһына һәм этнологияһына арналған. ТТӘИ‑нең краниологик коллекцияһына нигеҙ һалыусы. Байтаҡ антропологик экспедиция һәм этнографик экспедиция ойошторған, уларға етәкселек иткән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Зәңгәр блокнот” йыйынтығына (2016) ингән шиғырҙар, авторы. 2011 й. алып Өфөлә Йосопов уҡыуҙары үткәрелә. Тыуған ауылында Й. уҡыған 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Краниология башкир. Л., 1989; Башкиры: этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002 (авторҙ.); Башкиры‑гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика. Уфа, 2008 (авторҙ.).

З.Д.Ҡорманаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: