Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Фәрит Сабир улы

Просмотров: 909

ЙОСОПОВ Фәрит Сабир улы (24.1.1925, Орск ҡ. – 23.1.2001, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1949). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогтары А.А.Писарев, А.В.Ширяев) 1971 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1959—62 йй. баш балетмейстер вазифаһын башҡарыусы, 1970—2000 йй. “УЗЭМИК” ААЙ‑ның Мәҙәниәт һәм техника һарайы эргәһендәге балет студияһы етәксеһе. Уның бейеүенә бейек һәм киң һикереү, етеҙ өйөрөлөү хас. Төп партиялары: Коппелиус (“Коппелия”; дебют, 1941), Гәрәй (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Арыҫланбай (“Сыңрау торна”), Фон Ротбарт һәм Кәмитсе (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Парис һәм Тибальд (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев). Бохайыр (“Тау бөркөтө”), Ҡасимбай (“Гөлнәзирә”), Сәлим (“Ҡара йөҙҙәр”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев) партияларын тәүге башҡарыусы. А.Г.Рубинштейндың “Иблис” (“Демон”), Ж.Бизеның “Кармен” операларына бейеүҙәр, “Һыбайлылар” (“Наездники”) концерт номерын ҡуя. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019