Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Харис Монасип улы

Просмотров: 1214

ЙОСОПОВ Харис Монасип улы [24.8.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл ауылы (БР‑ҙың Салауат районы) — 7.6.2009, Силәбе өлкәһе Рощино ҡсб, ш. уҡ өлкәһе Казанцево ауылында ерләнгән], тренер. Проф. (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Силәбе педагогик институтын тамамлаған (1958). Ирекле көрәш (1958—60) һәм көрәш (1960) буйынса РСФСР чемпионы, классик көрәш буйынса СССР Ҡораллы көстәре чемпионы (1953). 1958 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡортостан өлкә советы тренеры һәм Күмертау ТЭЦ‑ының физик культура инструкторы. 1960 й. алып Силәбе штурмандар юғары хәрби авиация училищеһының физик тәрбиә уҡытыусыһы, 1969 й. – “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте Силәбе өлкә советының өлкән тренеры; 1970 й. алып Урал физик культура университетында (Силәбе ҡ., 1973—78 йй. көрәш методика һәм теорияһы  кафедра мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1969—88 йй. СССР үҫмерҙәр һәм үҫмер спортсылар йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 2 атҡаҙанған спорт мастеры, 11 халыҡ‑ара класлы спорт мастеры һәм 250‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары м-н бүләкләнгән. Силәбелә 1993 й. башлап йыл һайын дзюдо буйынса Йосопов призына (2009 й. алып Йосопов иҫтәлегенә) асыҡ Халыҡ-ара турниры үткәрелә; Йосоповтын бюсы (2020 й.) һәм ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; уның исеме м‑н урам аталған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019