Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ РАЙОНЫ

Просмотров: 1656

ШИШМӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Кушнаренко, төньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡ‑көнсығышта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнбайышта — Дәүләкән, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Благовар р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө канто­ны улустары индерелә. 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле Ш.р. составына Благовар р‑ны терр‑яһы инә. Майҙаны — 1824 км2. Адм. үҙәге — Шишмә ҡала тибындағы ҡасабаһы, Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 57 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 64,9; 1959 — 52,1; 1989 — 45,4; 2002 — 52,7; 2010 — 52,3. Милли составы (2002): татарҙар — 53,0%, урыҫтар — 20,7%, башҡорттар — 18,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 28,6 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, ҡала тибындағы ҡасаба, 103 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: 2‑се Алкин (5,0 мең кеше), Шөң­гәккүл (2,7 мең), Шишмә (1,7 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Рельефы тигеҙлек, уба һәм арҡаларҙан тора. Ш.р. Благовещен уйпатлығында ята. Район терр‑яһында ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Аҡҡош), кирбес етештереүҙә ҡулланылған балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Бабик, Петряев) ятҡылыҡтары, нефть ятҡылыҡтары (Алкин, Шөңгәккүл һ.б.) бар. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә — 19,5°С. Абс. макс. т‑ра 32°С, абс. миним. т‑ра ‑32°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Балышлы, Ҡалмаш, Уҙы һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Дим й.; Аҡзыярат, Аҡманай, Коряжное, Шөңгәккүл күлдәре, Березняки, Һаҙан һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, ҡараһыу һоро урман тупрағы осрай. Киң япраҡлы урмандар таралған. Терр‑яһының 18%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала, урман һәм ялан төрҙәренән тора. Ҡалмаш а. янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексы, Шишмә урмансылығының 43‑сө квадраты, Шөңгәккүл дала дендропаркы, Шөңгәккүл күле — тәбиғәт ҡомартҡылары; Шөңгәккүл заказнигы бар.

2009 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 137,0 мең га (дөйөм майҙандың 75,1%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 87,3, сабынлыҡтар — 15,0, көтөүлектәр — 32,5; урмандар майҙаны — 29,5, ер өҫтө һыуҙары — 2,6. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 АХПК, 18 ЯСЙ, 120 крәҫтиән (фермер) хужалығы, ш. иҫ. “Әғли”] иген культуралары, картуф, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, ҡошсолоҡҡа, һарыҡсылыҡҡа махсуслаша. Сусҡасылыҡ үҫешкән. Нефть сығарыу эшен “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның структур бүлексәһе “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы алып бара. Район терр‑яһында Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, Шишмә тәжрибә-производство хужалығы, емеш питомнигы с‑зы, “Юбилейная” ҡошсолоҡ ф‑каһы, сусҡа комплексы (Сафар а.), ветеринария станцияһы урынлашҡан. “Газпром” Асыҡ АЙ филиалының комплекслы хеҙмәте, “Аргон” ЯСЙ, тимер‑бетон з‑ды, “Башмодульстрой” ЯСЙ, Шишмә һыуытыу комбинаты, Шишмә шәкәр заводы, “Шишмә май экстракциялау заводы” ЯСЙ, элеватор, автостан­ция, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Өфө—Абдулла, Бөгөлмә—Шишмә участкалары), Һамар—Өфө—Силәбе, Шишмә—Ҡырғыҙ‑Миәкә автомобиль юлдары үтә. Үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының вәкиллеге, Башҡорт иҡт.‑юридик колледжының фи­лиалы, ПУ, 26 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 25‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Шишмә урта мәктәбе №1; гимназия, бала­лар өсөн соц. приют, 14 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, йәш техниктар станцияһы; үҙәк район дауаханаһы, 3 ауыл амбулаторияһы, 41 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Толпар” ба­лалар шифаханаһы; мәҙәниәт һарайы, 35 клуб учреждениеһы, 32 китапхана бар. 9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. Шишмә татар халыҡ театры, эшләй. “Родник плюс” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, С.Ғ.Курас

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Карта района

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: