Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР

Просмотров: 1582

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР (Arthropoda), умыртҡаһыҙҙар тибы. 5 класы, 2 млн ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20 меңдән ашыу төрө бар. Ярым типтары: трилобит һымаҡтар (юҡҡа сыҡҡан трилобит класы менән бергә); хелицерҙар (меростомдар һәм үрмәксе һымаҡтар кластары менән бергә); айғолаҡ аша тын алыусылар (ҡыҫала һымаҡтар класы менән бергә); трахея аша тын алыусылар, йәки парлы мыйыҡлылар (ҡырғаяҡтар һәм бөжәктәр кластары менән бергә). Кәүҙәһе баш, күкрәк һәм ҡорһаҡтан тора; ике яҡлы симметриялы, һаҡлағыс һәм һөлдә панцирын барлыҡҡа килтереүсе хитин кутикула (уға эске мускулдар йәбешә) менән ҡапланған. Тән ҡыуышлығы ҡатнаш типлы (миксоцель). Гетероном сегментациялы. Эволюция процесында ҡыуыш, быуынтыҡлы аяғы ауыҙ аппаратына, йөрөү аяғына, йөҙөү ағзаһына һ.б. әүерелгән йәки редукцияға бирелгән. Эсәклеге хитин менән ҡапланған эктодермаль алғы һәм артҡы эсәктәрҙән һәм энтодермаль урта эсәктән [уның менән ҡайһы бер Б. аш һеңдереү (бауыр-ашҡаҙан аҫты) биҙҙәре, йәки бауыр көпшәләре тоташҡан] тора. Айғолаҡтар (ҡыҫала һымаҡтар), үпкәләр һәм (йәки) трахеялар (үрмәксе һымаҡтар һәм бөжәктәр) аша тын ала. Нервы системаһы 3 пар тоташҡан йотҡолоҡ өҫтө ганглийынан (баш мейеһе) һәм ҡорһаҡ нервы сылбырынан тора. Күп Б. ҡатмарлы фасеткалы күҙе, механик һәм хеморецепторҙары, ишетеү ағзалары һ.б. бар. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел (аорта һәм артериялар һаҡланған), йөрәге метамер, артериаль. Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридия, йәки мальпиги тамыры (ер өҫтө формаларының). Аяғы быуынтыҡлы, күсеп йөрөү, тын алыу, эләктереү һ.б. функциялар үтәй. Күпселек Б. айырым енесле. Енси юл менән үрсей, ҡайһы ваҡыт партеногенез хас. Үҫеше тулы булмаған (ҡурсаҡ стадияһы юҡ) йәки тулы метаморфозлы. Б. ҡау һалған ваҡытта үҫә. Фитофаг, сапрофаг, ш. иҫ. детритофаг, некрофаг, йыртҡыс, паразит һ.б. Б. — экосистемаларҙағы туҡланыу сылбыры компоненты, күп төрҙәрен (креветкалар, лангустар, йылға ҡыҫалалары, омарҙар һ.б.) кеше аҙыҡ итеп ҡуллана. Үҫемлектәрҙе һеркәләндерә, йәшәү эшмәкәрлегенең ҡиммәтле продукттарын (бал ҡорто балауыҙы, бал, ебәк һ.б.) эшләй, үрсетеү объекттары (башҡорт бал ҡорто, тут ебәк күбәләге), кеше һәм хайуан паразиттары (бөрсә, бет, ҡорсаңғы бетсәһе), инфекцион ауырыуҙарҙы таратыусылар (малярия серәкәйе, иксод талпандары һ.б.), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора. Б. 38 төрө (һаҡсыимператор, айыу сиңерткәһе, еҙ ҡуңыҙ, ҡара ҡуңыҙ һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 8‑е (аполлон, айыу сиңерткәһе, болан‑ҡуңыҙ һ.б.) шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные статьи: