Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ

Просмотров: 1279

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ, башҡорт әҙәбиәте м‑н боронғо тарихи бәйләнештәре бар. Байтаҡ күренекле сыуаш яҙыусылары, ш. иҫ. сыуаш милли әҙәбиәте классигы К.В.Иванов, Сыуашстандың халыҡ шағиры Я.Ухсай һ.б., Башҡортостанда тыуған. Башҡортостанда 20 б. башында сыуаш телендә китаптар нәшер ителә башлай. 1920–22 йй. Өфөлә “Херле Урал” (“Ҡыҙыл Урал”) гәз. сыға. 30‑сы йй. алып Ауырғазы (ҡара: “Аургазинский вестник”) һәм Бишбүләк (ҡара: “Светлый путь”) р‑ндары гәз. сыуаш телендә сыға, унда башҡа материалдар м‑н бер рәттән сыуаш авторҙарының художестволы әҫәрҙәре баҫыла. 1934 й. Яҙыусылар союзы эргәһендә сыуаш секторы ойошторола, ул яңы яҙыша башлаған яҙыусыларға ярҙам күрһәтә, әҫәрҙәрҙе сыуаш телендә баҫтырыуға булышлыҡ итә. 1934–36 йй. “Херле Урал” исеме аҫтында сыуаш художество әҙәбиәте йыйынтығы сығарыла. 1988 й. БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы эргәһендә ижади осрашыуҙар ойошторған, коллектив әҙәби йыйынтыҡтар сығарыуға булышлыҡ иткән “Шур Адал” (“Аҡ Волга”) респ. әҙәби берекмәһе эшләй. БР‑ҙа ш. уҡ сыуаш телендә “Урал сасси” гәз. сыға. А.С.Савельев‑САСтың “Иң ҡыҫҡа ай”, “Ҡыңғыраулы дуға” (икеһе лә – 1992), “Чулгасста яҙ” (2008; бөтәһе лә – сыуаш телендә) повестары, М.Ишимбай, Р.М.Павлов, М.Х.Прохорова, Г.В.Тимофеев һ.б. Башҡортостандың билдәле сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәре Ватан, башҡ. һәм сыуаш халыҡтарының дуҫлығына арналған. С.А.Васильевтың “Тыуған юл” (“Родная дорога”), “Беҙҙең ата‑бабалар” (“Наши предки”) шиғырҙарында, Ф.Н.Вуколов‑Эрликтың “Үлемһеҙ көй” (“Бессмертная мелодия”, 2005) поэмаһында тыуған яҡтың ҡабатланмаҫлығы, яҡташтарҙың тормошо һәм көнкүреше һүрәтләнгән. Башҡ. тематикаһы Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм ижади эшмәкәрлеген Сыуашстанда дауам иткән яҙыусылар ижадында ла сағылыш таба. И.А.Петрованың “Юл сатында” (“На распутье”, 1973), Я.Ухсайҙың “Тудимер” (1941; бөтәһе лә – сыуаш телендә) әҫәрҙәрендә респ. сыуаштарының тормошо күрһәтелә. Башҡортостанға респ. тыуып үҫкән генә түгел, ә башҡа сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәре лә арналған. П.В.Афанасьевтың “Мәңгелек дуҫлыҡ” (“Вечная дружба”), В.И.Давыдов‑Анатриҙың “Һинең алдыңда баш эйәм” (“Преклоняю голову перед тобой”), Ю.Семендерҙың “Ыҫлаҡбашта” (“В Слакбаше”), П.П.Хузангайҙың “Шағир – шағирға” (“Поэт – поэту”), М.Н.Юхманың “Са__лауат һәйкәле янында уйланыуҙар” (“Раздумья у памятника Салавату”), П.Ялгирҙың “Берҙәм дуҫлыҡ тауышы” (“Голос единой дружбы”) һ.б. шиғырҙарында башҡорт образдары бирелгән. Ҡ.Аралбай, Ш.Бабич, М.Ғафури, М.Кәрим, Р.Ниғмәтиҙең һ.б. башҡ. яҙыусыларының ҡайһы бер әҫәрҙәре, ш. уҡ “Урал батыр” эпосы (2009) — сыуаш теленә; И.Д.Вутлан, Вуколов‑Эрлик, В.Енеш, Иванов, Савельев‑САСтың һ.б. әҫәрҙәре башҡ. теленә тәржемә ителгән. Л.А.Афанасьева, А.А.Кондратьев, И.Г.Тарасов, В.Г.Цветков хеҙмәттәрендә — БР сыуаш яҙыусыларының ижади үҙенсәлектәре, С.Ғ.Сафуанов һ.б. сыуаш һәм башҡ. әҙәбиәттәренең үҙ‑ара бәйләнеше ҡарала.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: