Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЙЫН

Просмотров: 1106

СУЙЫН, тотороҡло ҡушылмалар (марганец, кремний, көкөрт, фосфор һ.б.), ҡайһы берҙә легирлау элементтары (никель, хром, баҡыр, алюмин, титан һ.б.) булған тимерҙең углерод м‑н (2,14—6,67%) иретмәһе. Ҡорос С. (4%‑тан артыҡ углерод инә, ҡоросҡа эшкәртелә) һәм ҡойоу С. (2,4— 3,8%‑тан артыҡ углерод, суйын ҡойоу производствоһындағы шихтаның төп компоненттарының береһе) айыралар. Графитлау дәрәжәһенә ҡарап ҡойоу С. аҡ (цементит сифатында углерод инә; ҡатылығы һәм муртлығы юғары), яртылаш С. (цементит сифатында углеродтың бер өлөшө инә) һәм һоро С. (графит инә; ныҡлыҡ, антифрикцион, коррозия һәм технологик үҙсәнлектәре юғары) бүләләр. С. үҙсәнлектәре металл нигеҙенең структураһына, уға ингән графиттың, легирлаусы өҫтәмәләрҙең һ.б. формаһына, дәүмәленә, миҡдарына һәм бүленеү характерына бәйле. Аҡ С. ябай конфигурациялағы деталдәрҙе (юғары абразив туҙыу шарттарында эшләгән), һоро С. — конструкциялар төҙөү, сантехник изделиелар һ.б. яһау өсөн, машиналар эшләүҙә (үткәргес торба арматураһы, насостарҙың, компрессорҙарҙың, двигателдәрҙең корпустары һәм деталдәре һ.б.), яртылаш С. — фрикцион материал булараҡ ҡулланыла. С. домна мейестәрендә тимер мәғдәндәрен йәки киҫәкләнгән тимер мәғдәне концентраттарын тергеҙеп иретеү юлы м‑н алына. Башҡортостанда С. етештереү тау сәнәғәтенең үҫеүе м‑н бәйле. 19 б. аҙ. — 20 б. башында С. Архангел суйын иретеү заводында, Белорет заводында, Златоуст (Косотур) заводында, Ҡағы заводында, Тирлән заводында, Эҫем заводтарында һ.б. иретелгән. С. күп өлөшөнән ҡорос ҡойолған. С. изделиелар И.И.Гутмандың суйын‑баҡыр ҡойоу механика з‑дында (Өфө) һ.б. сығарылған. 20 б. 80‑се йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында ныҡлығы юғары булған С. эшләнгән ныҡ йөкләндерелгән тешле тәгәрмәс әҙерләмәләренең үтә һығылмалы деформацияһы тикшерелгән (Г.А.Салищев, В.Ә.Вәлитов). 2000 йй. алып С. үҙсәнлектәре ӨДНТУ‑ла өйрәнелә (М.М.Закирничная). С. изделиеларҙы Белорет металлургия комбинаты, Баймаҡ ҡойоу‑механика заводы, “Горнас”, ОЗНА пр‑тиелары, Күмертау авиация производство предприятиеһы һ.б. етештерә.

Р.Г.Зарипова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: