Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУДНОВСКИЙ Вадим Максович

Просмотров: 1095

ЧУДНОВСКИЙ Вадим Максович (1.9.1958, Электроугли ҡ.), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1976). БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). Мәскәү өлкә физик культура институтын тамамлаған (1984). Хәҙерге бишбәйге буйынса СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры — В.С.Голиванов). Шәхси зачётта РСФСР чемпионатының бронза призёры һәм команда зачётында РСФСР чемпионы (икеһе лә — 1981). 1981 й. алып (өҙөклөк менән) ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә: тренер‑уҡытыусы, 2019—21 йй. директор. 2011—18 йй. Ҡаҙағстан Республикаһы йыйылма командаһының баш тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.В.Сабирхужин, шулай уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022