Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУДОВ Максим Александрович

Просмотров: 1400

ЧУДОВ Максим Александрович (12.11.1982, БАССР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). БДУ-ны тамамлаған (2009). Өфө районы СДЮШОР-ы (тренерҙары В.В.Ковалёв, Л.П.Ковалёва), биатлон буйынса СДЮСШОР (Өфө ҡ.; тренеры В.А.Никитин) тәрбиәләнеүсеһе. Биатлон буйынса эстафетала Олимпия уйындарының бронза призёры (2010), донъя чемпионы (2007—08), Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (5 тапҡыр, 2006—08, 2010), спринтта донъя чемпионы (2008), бер-бер артлы уҙышта (2007), шәхси ярышта (2008) һәм спринтта (2009) Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе, бер-бер артлы уҙышта донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2007—09), масс-стартта донъя чемпионатының бронза призёры (2008). Йәйге биатлон буйынса спринтта һәм бер-бер артлы уҙышта донъя чемпионы (2 тапҡыр, 2006; 2012) һәм донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2 тапҡыр, 2007; 2012). Биатлон буйынса үҫмер спортсылар араһында донъя (2 тапҡыр, 2003) һәм Европа (3 тапҡыр, 2002—03) чемпионы, донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (2003) призёры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004—13). 2015 й. алып БР‑ҙың “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, 2018 й. — 1‑се рәйесе урынбаҫары. БР‑ҙың Биатлон һәм саңғы ярышы федерацияһы рәйесе (2020 й. алып). 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2010), Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: