ЯРУЛЛИН Айҙар Флүр улы
ЯРУЛЛИН Айҙар Флүр улы (21.10. 1960, Губаха ҡ.), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003), СССР‑ҙың спорт мастеры (1983) һәм 1‑се халыҡ‑ара категориялы судья (2005). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) “Таң” физик культура коллективының (Күмертау ҡ.) тренеры булып эшләй. 1986 й. алып Өфөлә: “Химпром” спорт клубы, 2003 й. башлап 26‑сы СДЮСШОР, 2010 й. — Башҡ‑н физик культура ин‑ты, 2011 й. — “Өфөлө” олимпия резервы спорт мәктәбе тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 464‑се Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге (1986—2011), Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы (1993—98), Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһы (1999 й. алып) тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Клоков, Э.А.Тюкин, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры Р.Ю. Кирәев, ш. уҡ 50‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (2007).
Тәрж. Г.А.Миһранова