Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна

Просмотров: 1007

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна (27.8.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), үҫемлектәр физиологы, биохимик. Биол. ф. д‑ры (2007), проф. (2018). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Дүртөйлө р‑нының Әңгәсәк урта мәктәбендә уҡыта. 1980 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2003 й. башлап өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 2009 й. алып БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәр иммунитетының фундаменталь һәм ғәмәли аспекттарына арналған. Я. тарафынан бойҙайҙың төрлө аҙыҡҡа махсуслашҡан патогендарҙан һаҡланыу яуабы формалашыуҙа цитокининдарҙың интеграль роле, водород пероксиды генерацияһын һәм һаҡлаусы аҡһымдарҙың экспрессияһын индукциялаусы элиситорҙар һәм сигнал молекулалары м‑н үҫемлектәрҙең тотороҡлолоғон яйға һалыу ысулдары асыҡлана. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Клеточные механизмы формирования устойчивости растений к грибным патогенам. Уфа, 2006 (авторҙ.); Salicylic acid and local resistance to pathogens //Salicylic Accid: а Plant Hormone. Dordrecht, 2007 (авторҙ.); Цитохимические и биохимические методы исследования микроорганизмов — возбудителей болезней растений. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019