Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРУТ

Просмотров: 945

ЯРУТ (Thlaspi), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 60 төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Көньяҡ Америкала таралған. Баш­ҡортостанда баҫыу Я. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 15— 50 см. Тамыр яны япрағы розеткала, һаплы, кире йомортҡа һымаҡ; һабаҡ япрағы ултырма, оҙонса, киртләсле, төбөндә уҡ рәүешле, осло ҡолаҡтары бар. Сәскәһе аҡ, ваҡ, сәскәлеге — тәлгәш. Апр.—сент. сәскә ата. Емеше — йомро йәки йомро‑оҙонса ялпаҡланған киң ҡоласлы бәләкәй ҡуҙаҡ, май—окт. өлгөрә. Баҫыуҙарҙа, ҡалдауҙарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, ташлы битләүҙәрҙә, сәсеүлектәрҙә, юл буйҙарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының урта таулы һәм ҡалҡыу өлөштәренән башҡа респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Ҡый үләне. Составында алкалоидтар, майлылығы юғары булған май, С витамины, синигрин гликозиды, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Я. япрағы ашарға яраҡлы.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019