Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫР БАҘЫЯНЫ

Просмотров: 1114

ҠЫР БАҘЫЯНЫ (Dictamnus), рут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, Евразияла таралған. Ҡара төҫтәге тармаҡлы эфир майы биҙҙәре булған, әфлисун еҫле күп йыллыҡ үлән. Башҡортостанда Кавказ баҙыяны үҫә. Һабағы төҙ, тармаҡлы, ғәҙәттә нигеҙенә тиклем ҡуйы оҙон бөҙрә төклө, бейеклеге 30—80 см. Япрағы ябай, сиратлы, башлыса һабаҡтың урта өлөшөндә урынлашҡан; аҫҡыһы — бөтөн; ҡалғаны — ишһеҙ ҡауырһын һымаҡ, йомортҡа формаһындағы, осло, сите ваҡ киртләсле өлөштәр (3—6 пар) м‑н. Сәскәһе эре, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, оҙон сәскә һабында, таж япрағы асыҡ йәки зәңгәрһыу ал, шәмәхә төҫтәге тамырсыҡлы. Һеркәсе 10, аҫҡы таж япрағына һыйынған; емшәне, оҙон һабы һәм емешлек бағанаһы яланғас. Сәскәлеге – оҙон кәүшәк тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — 5 оялы ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алдында (Дәүләкән, Ишембай, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Әлшәй р‑ндары) ташлы битләүҙәрҙә ҡыуаҡлыҡтар араһында һәм урман ситтәрендә өйкөм булып үҫә. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек. Составында алкалоидтар, кумариндар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла; тирегә тейгән осраҡта фотодерматоздар тыуҙыра. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019