Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҢҒЫРАУ КЕСЕРТКӘН

Просмотров: 808

ҺАҢҒЫРАУ КЕСЕРТКӘН (Lamium), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Европала, тропик булмаған Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда аҡ Һ.к., димгелле Һ.к., пурпур Һ.к., һабаҡҡосҡан Һ.к. үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы, төҙ, түшәлеүсән йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 8—60 см. Япраҡтары бөтөн, ситтәре киртләсле йәки тешле. Сәскәләре аҡ, алһыу йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ике иренле; аҫҡы ирене кире йөрәк рә­үешендә, ситке айырсалары нәҙек беҙ кеүек йәки юҡ, өҫкө ирене ирекле. Каса япрағы ҡыңғы­рау формаһында, 5 беҙ кеүек тешле. Сәскәлеге — ялған суҡ, өҫкө япраҡтарҙың ҡуйынында урынлашҡан. Май— окт. башында сәскә ата. Емеше бер орлоҡло сәтләүек һымаҡ 4 өлөштән тора, июль—окт. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Баллы үҫемлектәр. Аҡ Һ.к. — мал аҙығы үҫемлеге (һыйыр малы һәм һарыҡ‑кәзә, маралдар һәм йорт ҡоштары өсөн), димгелле Һ.к. — декоратив үҫемлек, йылҡы өсөн ағыулы. Составында дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2024
Связанные статьи: