Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯУЫШЕВТАР

Просмотров: 1042

ЯУЫШЕВТАР, сауҙагәрҙәр, сәнәғәтселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ҡазан губернаһы мишәрҙәренән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, татарҙарынан). 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостанға күсеп киләләр, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Троицк өйәҙе терр‑яһында йәшәйҙәр. 18 б. аҙ. мырҙа титулы биреүҙе һорап үтенес бирәләр. Иң билдәлеләре: Ғайса Мө­хәмәтйосоп улы Я. (?—1870), 1‑се гильдия сауҙагәре, сәнәғәтсе. Бохара ханлығына сауҙа каруандарын оҙатып йөрөй. 1852—59 йй. Троицк ҡ. күн һәм һабын ҡайнатыу з‑дтары аса. 1850 йй. Троицк ҡала ратушаһы ратманы (советнигы). 1859 й. Троицк сауҙагәрҙәре м‑н берлектә ҡалала Каруанһарай асыуҙы юллай. 1863 й. 3‑сө йәмиғ мәсетен (ҡара: Троицк тарихи йәмиғ мәсеттәре) төҙөүгә аҡса бирә. Уның улдары: Әхмәтйән Ғайса улы Я. (1818—5.2.1875), 1‑се гильдия сауҙагәре. Һабын ҡайнатыу з‑дын мираҫҡа ала. 1872 й. башлап Троицк ҡала думаһы гласныйы; Мөхәмәтлатип (Латип) Ғайса улы Я. (1847—1885, Троицк), 1‑се гильдия сауҙагәре. 1880 й. алып Троицк ҡала думаһы гласныйы. Әхмәтйән Ғайса улы Я. улдары: Әбделвәли Әхмәтйән улы Я. (12.3.1840, Троицк — 13.9.1906, шунда уҡ), 1‑се гильдия сауҙагәре. 1894—95 йй. үҙ аҡсаһына Троицкиҙа 6‑сы йәмиғ мәсетен һәм унда уҡыу биналары комплексын төҙөй. 1888 й. башлап Троицк ҡала думаһы гласныйы. 20 б. башында Орск, Троицк, Силәбе, Ташкент ҡҡ. 5 а.х. продукцияһын эшкәртеү пр‑тиеһына хужа була. 1901 й. алып Троицк мосолман хәйриә йәмғиәте рәйесе. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (Түб. Новгород ҡ., 1905) делегаты; Муллағәли Әхмәтйән улы Я., 1‑се гильдия сауҙагәре, коммерция советнигы. 1910 й. Троицк өйәҙендә 1131 дисәтинә ергә хужа була. 1907—17 йй. Троицк мосолман хәйриә йәмғиәте рәйесе. 1909 й. Ҡустанай ҡ. мосолман хәйриә йәмғиәтен, 1914 й. башланғыс уҡыу йорттарында тәрбиәләнеүселәргә бағыусылыҡ итеү өсөн “Трилистник” Троицк йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе. 1915 й. “Вазифа” мосолман ир уҡытыусылар семинарияһын асыуға аҡса бирә (Троицк). 2‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (С.‑Петербург, 1906) делегаты. 1914—17 йй. Троицк өйәҙ земство йыйылышы гласныйы. С.‑Петербургта йәмиғ мәсете төҙөүгә 1 мең һум бирә. 1917 й. башлап Владивосток ҡ., һуңыраҡ Харбин ҡ. (Ҡытай) йәшәй; Мөхәмәтшәрип Әхмәтйән улы Я. (?—1906), 1‑се гильдия сауҙагәре. Ырымбур төрмәләр попечителлеге ком‑тының Троицк өйәҙ бүлексәһе директоры. 1893 й. туғандар берлектә “Ә.Ә.Яуышев һәм туғандар” сауҙа йортон ойоштора, уның үҙәк контораһы Троицкиҙа, филиалдары Мәскәү, Силәбе, Ҡустанай, Ташкент, Аулгэата ҡҡ., Ырымбур губ. ҡасабаһында, Етеһыу өлк. Туҡмаҡ а., ш. уҡ Варшава (Польша батшалығы) һәм Кульджа ҡҡ. (Ҡытай) була. Аҙыҡ‑түлек, мануфактура тауарҙары м‑н сауҙа итә (1895 й. туҡыма һатыуҙың йыллыҡ әйләнеше 4,3 млн һум тәшкил итә). 1910—13 йй. Ҡустанайҙа, Ташкентта, Троицкиҙа, Силәбелә һ.б. ҡалаларҙа Я. өр‑яңы техник ҡорамалдар м‑н йыһазландырылған универсаль пассаждар төҙөй башлай. Троицкиҙа туң май иретеү һәм йөн йыуыу йорттарын, мал һуйыу урынын, сәй төрөү ф‑каһын һ.б. пр‑тиеларҙы һатып ала. Ырымбур губ. ҙур ер участкаларына, Һырдарья өлк. 2 мамыҡ таҙартыу з‑дына хужа була. Хәйриәм‑н шөғөлләнә, крайҙа мәғарифты үҫтереүгә, мосолман дини учреждениелары төҙөүгә күп аҡса бирә. Мөхәмәтлатип Ғайса улы Я. улдары: Муллахмәт Латип улы Я. һәм Мулламөхәмәт Латип улы Я., 1‑се гильдия сауҙагәрҙәре, нәҫелдән килгән почётлы граждандар. Троицкиҙа йәшәйҙәр. “Яуышев Л.Ғ. вариҫтары” берлектәге сауҙа йортон ойошторалар. 1897 й. күн з‑дына нигеҙ һалалар. Троицкиҙа һәм Ташкентта мануфактура тауарҙары м‑н сауҙа итәләр (1895 й. сауҙа әйләнеше яҡынса 500 мең һум тәшкил итә). Әбделвәли Әхмәтйән улы Я. улы — Мөхәмәтғәли Әбделвәли улы Я., Троицкиҙа мануфактура тауарҙары м‑н сауҙа итә. Троицк өйәҙендә 81 дисәтинә ергә хужа була. 2‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (С.‑Петербург, 1906) делегаты. 1911—13 йй. Троицк мосолман хәйриә йәмғиәте идараһы ағзаһы. 1914—17 йй. Троицк ҡала думаһы гласныйы. Мөхәмәтшәриф Әхмәтйән улы Я. улы — Абдуллатип Мөхәмәтшәриф улы Я., 1‑се гильдия сауҙагәре. 1911—13 йй. Троицк мосолман хәйриә йәмғиәте идараһы ағзаһы. “Нәжәт” түләүһеҙ мосолман китапханаһын асыу инициаторҙарының береһе һәм рәйесе, Троицк мәғариф таратыу йәмғиәте рәйесе. 2‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында (Ҡазан, 1917) финанстар комиссияһы ағзаһы итеп һайлана. 1918 й. Милләт мәжлесендәфинанстар ведомствоһы ағзаһы.

С.Х.Хәкимов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.01.2020