ЯХАНОВ Андрей Викторович
ЯХАНОВ Андрей Викторович (23.7. 1973, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Чередник). 1990—97 йй., 2000—02 йй., 2004— 07 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубы, 1997 й. алып Милли хоккей лигаһы клубы (АҠШ), 1998—2000 йй. “Торпедо” (Ярославль ҡ.), 2002 й. башлап “Нефтехимик” (Түб. Кама ҡ.), 2004—06 йй. “Лада” (Тольятти ҡ.), 2007—08 йй. “Спартак” (Мәскәү) һәм “Витязь” (Чехов ҡ.) клубтары өсөн уйнай. Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (1997, 1999) призёры, Милләт‑ара хоккей лигаһы чемпионаттарының бронза призёры (1995—96), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1995). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—99).
Тәрж. Г.А.Миһранова