Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШМӘ, тау тоҡомо

Просмотров: 1350

ЙӘШМӘ, кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо. Кварцтан тора, ҡайһы берҙә халцедон ҡушылмаһы була. Структураһы криптокристаллы, текстураһы массив. Ҡыҙыл, һары, көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре тимер һәм марганец окиселдары булыуы м‑н аңлатыла; ш. уҡ сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы) Й. осрай. Биҙәү ташы, биҙәкләү материалы итеп ҡулланыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш ҡанатында таралған, ул бында ирәндек свитаһы, ҡарамалыташ свитаһы, олотау свитаһы составында Урал йәшмә һыҙатын (оҙонлоғо 400 км ашыу, киңлеге 40—50 км) хасил итә. Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары биләмәләрендә Й. 80‑дән ашыу ятҡылығы һәм сығанағы билдәле. Фәйзулла, Балтатау ятҡылыҡтары ҡарағусҡыл‑ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәрҙәге; Наурыҙ, Сәфәр ятҡылыҡтары — таҫмалы; Малай-Муйнаҡ сығанағы — йәшкелт-алһыу тондарҙың ҡатлы-ҡатлы тоноҡ контурҙа һүрәтләнгән семәрле-ялтырауыҡ; Туңғатар ятҡылығы — сыбар төрҙәрҙән; Ҡалҡан, Мулдаҡай ятҡылыҡтары йәшмә төҫтәгеләрҙән һ.б. тора. Башҡ. Й. эшләнгән әйберҙәр Эрмитажда (С.‑Петербург), Мәскәү Кремле залдарында, Мәскәү, С.‑Петербург, Лувр (Париж) һарайҙарында, Британия милли галереяһында (Лондон), Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейында ҡуйылған.

С.Г.Ковалёв

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019