Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы

Просмотров: 1578

ЯЩУК Әлфиә Ғәлим ҡыҙы (27.9. 1958, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2010), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1987 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап 2‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатын‑ҡыҙҙарҙың эске бәүел‑енес ағзалары түбәнәйгәндә һәм төшкәндә, бәүел тотмағанда таралмай торған синтетик материалдар һәм аллоплант ҡулланып реконструктив‑пластик операция ысулдарын һәм дауалау‑реабилитациялау сараларын камиллаштырыуға, гинекологияла диагностикалауҙың һәм операция м‑н дауалауҙың эндоскопик алымдарын индереүгә арналған. Я. ҡатнашлығында Урал төбәге ҡатын‑ҡыҙҙарында янбаш төбө дисценцияларын күҙаллау, балаятҡы экстирпацияһы ваҡытында трансвагиналь инеү ысулдары һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: