Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУРИКОВА Инна Михайловна

Просмотров: 1182

ЧУРИКОВА Инна Михайловна (5.10.1943, Бәләбәй ҡ. — 14.1.2023, Мәскәү ҡ.), актриса. СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1985) халыҡ, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1977) артисы. М.С.Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Л.А.Волков, В.И.Цыганков курсы) 1968 й. тиклем Мәскәү йәш тамашасы театры, 1973 й. алып “Ленком” театры (Мәскәү ҡ.) актрисаһы.

  Ч. талантына бурлеск, гротеск, эксцентрика элементтары менән үҙенсәлекле һәм сағыу комедия ролдәре: Марфушка (“Һыуыҡ бабай” — “Морозко” кинофильмы, М.Горький исемендәге киностудия, 1964), Ася Клячина (“Сыбар тауыҡ” — “Курочка Ряба” кинофильмы, “Мосфильм”, Canal+, Сentre National de la Cinématographie киностудиялары, 1994), Прасковья Алексеевна (“Ширли-мырли” кинофильмы, “Мосфильм”, “Жанр” киностудиялары, 1995); күңел түрендәге тойғоларҙы нескә кәүҙәләндереү һәм ихласлыҡ: Ира (“Зәңгәр күлдәкле өс ҡыҙ” — “Три девушки в голубом”, Л.С.Петрушевская), Таня Тёткина (“Утта кисеү булмай” — “В огне брода нет” кинофильмы, 1967), Вера (“Эт йылы” — “Год собаки” кинофильмы, 1994); аныҡ социаль характеристика, тәрән драматизм, трагедиялылыҡ хас: Уварова (“Һүҙ бирегеҙ” — “Прошу слова” кинофильмы, 1975; бөтәһе лә — “Ленфильм” киностудияһы), Васса Железнова (“Васса” кинофильмы, “Мосфильм” киностудияһы, 1983), Ниловна (“Әсә” — “Мать” кинофильмы, Cinefine Ltd, “Мосфильм” киностудиялары, 1990), Вера Нетужилина (“Хәрби-ялан романы” — “Военно-полевой роман” кинофильмы, Одесса киностудияһы, 1983).

  “Ленком” театрындағы әһәмиәтле эштәре: Неле (“Тиль”, Г.И.Горин; дебют, 1974), Офелия һәм Гертруда (“Гамлет”, У.Шекспир), Филумена (Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы буйынса “Миллионерҙар ҡалаһы” — “Город миллионеров”), Антонида Васильевна [Ф.М.Достоевскийҙың “Уйынсы” (“Игрок”) романы буйынса “Варвар һәм еретик” — “Варвар и еретик”] һ.б. Шулай уҡ “Башланғыс” (“Начало”; “Ленфильм” киностудияһы, 1970), “Курьер” (“Мосфильм” киностудияһы, 1986), “Ҡатын-ҡыҙға рәхмәт уҡығыҙ” (“Благословите женщину”; “Мосфильм”, “Вертикаль” киностудиялары, 2003) һ.б. фильмдарға төшә. “Романовтар. Батша ғаиләһе” (“Романовы. Венценосная семья”) фильмына сценарий авторы (Г.А.Панфилов менән берлектә). РФ ҡалаларында, ш. иҫ. Өфө ҡ., И.Жамиактың “Tout paye, йәки Бөтәһе лә түләнгән” (“Tout paye, или Всё оплачено”) антреприза спектаклендә (“Ленком” театры МК-ЯН продюсер төркөмө менән берлектә) Элеонора ролен уйнай (2006). Земфира менән “Боҙоҡ түгел” (“Непошлое”) йырын башҡара. 2007—09 йй. “Көҙгө” (“Зеркало”) Андрей Тарковский исемендәге Халыҡ-ара кинофестивале президенты (Иваново ҡ.). Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә “Көмөш айыу” (“Серебряный медведь”) призын яулай (1984). РСФСР‑ҙың Васильевтар исемендәге Дәүләт премияһы (1985), РФ‑тың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1997), “Театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн” номинацияһында Рәсәй милли театрының “Алтын битлек” (“Золотая маска”) премияһы (2019) лауреаты. 1‑се (2018), 2‑се (2013), 3‑сө (2007) һәм 4‑се (1997) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнгән.

  Әҙәб.: Г е р б е р А.Е. Судьба и тема: этюды об Инне Чуриковой. М., 1985; Звёзды московской сцены. Ленком. М., 2000;  М у с с к и й И.А. 100 великих актёров. М., 2003.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2023
Связанные темы рубрикатора: