Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХИТЕКТУРА СТИЛДӘРЕ

Просмотров: 1500

АРХИТЕКТУРА СТИЛДӘРЕ, айырым бинаны йәки архитектура ансамблен характерлаусы художестволы биҙәү сараларының, алымдарҙың тотороҡло бөтөнлөгө, дөйөмлөгө; был  дөйөмлөктө аныҡлаусы билдәләр системаһы. А.с. билдәле бер осорҙоң мәҙәниәтенә  хас алымдар һәм стилдәр  нигеҙендә барлыҡҡа килә. 18 б. алып Башҡортостан архитектураһының эволюцияһы урыҫ архитектураһы үҫешенә бәйле. Тәүгеләрҙән булып грандиозлығы, ҡупшылығы, күләм һәм ритмдың, материал һәм фактураларҙың, яҡтылыҡ һәм күләгәнең контраслығы, бина һәм архитектура комплекстары композицияһындағы тантаналы асыҡлыҡ һәм бөтөнлөк м‑н айырылып торған урыҫ бароккоһы  стиленең архитектура формалары тарала. Стиль Уралдың сәнәғәт архитектураһында айырыуса аныҡ сағылыш таба (ҡара: Воскресенка заводыТашлы заводтары, Верхотор заводы).

Классицизм (ҡала төҙөлөшөнөң даимилығы һәм ансамбль композиция ларының симметрик-күсәр планировкаһының бер төрлөлөгө м‑н билдәләнә; биналар аныҡ тура мөйөшлө формаларының үтә килешле булыуы м‑н айырыла, фасадтарында антик ордерҙар һәм полихромия ҡулланылған) барлыҡҡа килеү м‑н, 19 б. 1‑се ярт. торлаҡ урындарын даими планлаштырыуға күсеү (В.И.Гесте етәкс.), таштан торлаҡ һәм йәмәғәт биналары төҙөү, үҙәк ҡала архитектура ансамблдәренә нигеҙ һалыу башлана. Реконструкциялау һәм төкәтмәләр төҙөү һөҙөмтәһендә, тәүҙә урыҫ барок коһына хас элементтары булған православие ҡорамдары иртә классицизм  һыҙаттарын ала башлай. Был стилгә  Александр сиркәүе, Михаил Архангел  сиркәүе, Николай сиркәүе, Спас сиркәүе, Воскресение кафедраль соборы һ.б.; граждандар архитектураһы ҡомартҡылары: Ҡунаҡһарай, Губернатор  йорто; Дини семинария бинаһы,  Земство идараһы бинаһы, Өфө ир балалар гимназияһы, Өфө эске һаҡсылар казармалары биналары (1842) ҡарай. Һаҡланып ҡалған тарихи төҙөлөш  өлгөләрендә  (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары) Европа һыҙаттары м‑н бер рәттән Азия архитектураһы традициялары ла күҙәтелә.

Мосолман архитектураһы һыҙаттары фасадтарҙы декоратив биҙәү элементтарында (төрлө “сатырҙар”, башнялар, көмбәҙҙәр, шпилдәр, орнамент; ҡара: Килем мәсете, Килем һарайы) сағыла.  Нигеҙҙә, классицизм архитектураһына ярашлы төҙөлгән Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсете архитектураһында мосолман мотивтары —  сатыр м‑н тамамланған бейек  манара һәм намаҙ уҡыу  залының көмбәҙе — дүрт колонналы өсмөйөш формаһындағы  портик м‑н берләшә.  19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башындағы Башҡортостан архитектураһы классицизмдан ретроспективизмға (тарихи  архитектура стилдәренә мөрәжәғәт итеү, стиль аныҡлығын һәм уның композицияһын һаҡлауға ынтылыу) һәм  эклектизмға (эклектикаға;  донъя практикаһында бар  лыҡҡа килгән бай архитек  тура формалары ҡулланыла, артабан бер бөтөнгә тоташтырыу  маҡсатында төрлө тарихи, милли  стилдәрҙең айырым деталдәре алына) күсеү м‑н билдәләнә. 19 б. аҙ. алып төҙөлөштә  яңы материалдар (бетон, быяла, металл) ҡулланыла башлау м‑н, модерн (күләмле-план композицияһының  асимметрияһы, фасадтарҙың, тәҙрә һәм ишек уйымдарының кәкре һыҙыҡлы пластикаһын ҡулланыу, скульптура декорының күплеге м‑н  айырыла) барлыҡҡа килә, ул Өфөлә  бигерәк тә Костерин П.И. йорто һәм  “Астория” ҡунаҡханаһы (1908, граждан инженеры К.А.Гуськов; ҡара:  “Өфө” ҡунаҡханаһы) архитектураһында  асыҡ сағыла. Модерн һәм эклектикаға альтернатива булараҡ, 19 б. аҙ. — 20 б. тәүге ярт. неоклассицизм (урыҫ  классицизмының традицион форма ларын ҡулланыу нигеҙендә стилләштереү;  “урыҫ стиле” м‑н бергә ретроспективизмды төп ағымдарының береһе  булып тора) барлыҡҡа килә, уның йоғонтоһо Аксаков халыҡ йортоПоносова-Молло Е.А. йорто, Лаптев  М.А. йорто, М.А.Емельянов йорто (1908) архитектураһында күҙәтелә:  уларҙың декорында ренессанс һәм классицизм мотивтары, силуэтында һәм күләм-киңлек  хәл ителешендә модерн стиле һыҙаттары бар.

Неоренессансҡа тартым эклектикалыҡ (антик архитектура традицияларын тергеҙеүсе ренессанстың традицион формаларына нигеҙләнгән стиллә  штереү) Өфө тимер юл вокзалы (ҡара: Өфө станцияһы  вокзалы) бинаһына (Ф.Ф. Эссен граждан инженеры проекты,  1970 й. һүтелә) хас булған. “Урыҫ стиле” — Крәҫтиән ер банкыһы бинаһы, Покров сиркәүе [1914, архитекторы М.Е. Приёмышев; Ира а. (Күмертау ҡ.)  хәҙ. Изге София сиркәүе] архитектураларында; “урыҫ стиле”нең Византия һәм Урта быуат сығанаҡтарына  мөрәжәғәт итеүҙә күренеүсе ретроспективизм һәм стилизаторлыҡ  Скорбященский сиркәүе (19 б. 2‑се  ярт.; Ауырғазы р‑ны Андреевка а. хәҙ. Христорождественский сиркәүе), Бөрө ҡ. Изгеләр Гурий, Варсонофий һәм Герман сиркәүе, Өфөләге Александр Невский часовняһы (19 б. аҙ., архитекторы А.Семёнов; 20 б. 20‑се йй. һүтелә), Бәләбәй ҡ. Михаил Архангел сиркәүе (1900‑сө йй.) һ.б. архитектураларында сағыла. 19 б. 2‑се ярт. эклектизмдың үҙ аллы рациональ ағымы булараҡ “кирбес стиле” барлыҡҡа килә (әүәләп эшләнгән биҙәктәр рационаллек м‑н айырылып торған кирбесле биҙәлешкә алмаштырыла: биналарҙың фасадтарында кирбесте фигуралап һалыу ярҙамында кәрниздәрҙең, мөрйәләрҙең, йөҙлөктәрҙең, порталдарҙың хикмәтле биҙәктәре булдырыла, роман, готика, Византия һ.б. прототиптарға барып тоташыусы төрлө стилдәге декор мотивтары ҡушыла). Был стилдә ағалы-ҡустылы Нобелдәрҙең Сауҙа йорто (1911), Өфө үҙ-ара кредитлау йәмғиәте банкыһы бинаһы (1912; икеһе лә — Үрге Сауҙа майҙанында, архитекторы Гуськов) төҙөлә. 19 б. аҙ. — 20 б. башы архитектураһы романтизмға тартым (роман, готика, Византия һ.б. мәҙәниәттәрҙең архитектура традицияларына барып тоташа; ҡатмарлы һыҙаттар, форма  лар байлығы, планлаштырыу иреклеге м‑н айырыла): Стәрлебаш р‑ны Васильевка а. Николай сиркәүе (1873; 20 б. 90‑сы йй. һүтелә) Европа готикаһы һыҙаттары м‑н билдәләнгән, Өфөләге Дүртенсе (1906) һәм Бишенсе (1909) собор мәсеттәренә Азия мотивтары хас.

Рационалистик йүнәлеш (төҙөлөш объекты образын формалаштырыу__ “рациональ” идеяға һәм күләм-пластик хәл ителешкә нигеҙләнгән) Бело  рет р‑ны, Ҡағы а. Николай (19 б.  аҙ. — 20 б. башы), Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. Троица (1896) һәм Урыҫ-Юр  маш а. Дмитрий (19—20 бб. сиге; хәҙ. Серафим Саровский сиркәүе), Бөрө р‑ны Ямаш а. Ҡазан-Богородский (1904) сиркәүҙәре архитектураһында  асыҡ сағыла. 20 б. 20‑се йй. Башҡортостан архитектураһы башлыса конструктивизм (уның нигеҙендә архитектура формаһын геометризациялау, бинаның төп конструкцияларын күрһәтеү ята) стилендәге биналар м‑н билдәләнә: Өфөләге Йорт-коммуна (1930‑сы йй., архитекторы Г.Д.Вагин), Эске эштәр ХК хеҙм‑рҙәре өсөн торлаҡ йорт (1932, Л.Малышев), Башҡ‑н геол. разведка тресы бинаһы (1934, В.Вайднер), Черниковск ҡ. һәм Дим ҡасабаһындағы (икеһе лә — Өфө эсендә) 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башындағы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө объекттары. 30‑сы йй. конструктивизмдан неоклассицизмға күсеү мәле булған постконструктивизм осоронда күләм киңлек хәл ителешенә конструкти визм алымдарының өҫтөнлөк итеүе, классик ордер системаһы элементта рын ябайлаштырыу һәм схемалаштырыу хас. Өфөлә был стилдә Өфө тепловоздар ремонтлау заводы мәҙәниәт һарайы (1931, инженер-архитек  торы Климухин), Белгестәр йорто, Ҡарт большевиктар йорто (1937, Н.Ю.Лермонтов, Л.Н.Пестряков), “Башсоюз” (1937, Д.А.Коршунов) һәм ХК (1937, Вагин, Б.Ғ.Кәлимуллин) биналары, Башҡ. мед. ин‑тының төп корпусы (1937, А.И.Филонов, Тардисян;  ҡара: Медицина университеты) һ.б. төҙөлгән.  Неоклассицизм стилендә Соц. мәҙәниәт һарайы (1937, архитекторы В.Д.Кокорин; Өфө), СССР ВДНХ‑ндағы БАССР павильоны (1940, М.Ф. Оленев; Мәскәү), Аксаков С.Т. исемендәге баҡсаның үҙәк ҡапҡаһы (1955), Достоевский урамындағы торлаҡ йорт (икеһе лә —  С.Ғ.Кәлимуллин), БДУ-ның төп корпусы (С.Ғ. һәм Б.Ғ. Кәлимуллиндар; икеһе лә — 1957) төҙөлә, уларҙы биҙәүҙә  милли декоратив-орнамент мотивтары ҡулланыла. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында был стиль “Победа” (1947), “Родина” (1952; икеһе лә — С.И.Якшин) к/т, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайы (1956, Н.И.Шабаров), Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы (1957; икеһе лә — В.А.Кондрашков) һ.б. биналар архитектураһында күҙәтелә. 50‑се йй. 2‑се ярт. неоклассицизм традицияларынан тайпылыу күҙәтелә; тарихи төҙөлөштәр һүтеп ташлана, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары типлы проекттар б‑са төҙөлә. Төбәк үҙенсәлеген һәм милли һыҙаттарҙы юғалтҡан ҡалаларҙың архитектураһы бина фасадтарын монументаль-декоратив биҙәү м‑н байытыла (ҡара: Монументаль сәнғәт). 60—80‑се йй. архитектурала формалары индустриаль төҙөлөш м‑н билдәләнгән “функциональ”, утилитар йүнәлеш өҫтөнлөк итә. Типлы проекттан ситләшеүгә килтереүсе тәүге объект — Актёрҙар йорто (1970, архитекторы Ю.А.Пацков, А.В.Семёнов). Заманса ҡала мөхитен булдырыуға күсеү Мәҙәниәт һәм техника һарайын (Р.И.Кирайдт), БАССР‑ҙың ВДНХ комплексын (М.П.Мазин, О.В.Новиков, В.С.Фирсов; икеһе лә — 1972), Химиктар мәҙәниәт һарайын (1978, К.Д.Курбатов, Я.А.Лившиц), “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын (Мазин, Новиков, Фирсов, П.П.Петров), Урыҫ драма театрын (А.И.Печонкин; икеһе лә — 1981), РФ‑тың Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы (1985, М.Р.Батырова, Ю.М.Еремеев, Мазин, О.С.Тадиашвили; бөтәһе лә — Өфө), Салауат р‑ны Малаяҙ а. Салауат Юлаев музейы (1987, А.В.Клемент) биналарын төҙөү м‑н бәйле. 90‑сы йй. неомодернизм (неоис торизм) — төрлө архитектура стилдәрен интерпретациялау үҫешә башлай; яңы тенденциялар ихтыяж тыуғанда төҙөлөштә унификацияны көсәйтеүҙе йәки архитектура объектына индивидуаллек бирергә ярҙам итеүсе һуңғы фәнни-техник ҡаҙаныштарға йүнәлеш тота. Яңы заман төҙөлөш объекттары әүҙем пластика һәм сағыу силуэт м‑н айырылып тора: Төньяҡ автовокзал (1992, Л.Е.Куницына), Милли банк (1995, А.С.Рәсүлев), “Башпромбанк” (1996, архитекторы  Л.Ш.Дубинский), “Ләлә-Тюльпан” мәсете (1998, В.В.Дәүләтшин, Кирайдт), “Нуртеатры (П.М.Андреев, Г.Г.Богатырёва), Хәрби Дан музейы (Д.А.Винкельман; икеһе лә — 2000), Милли Йәштәр театры (2002, К.А.Донгузов, Д.Ю.Мирсаяпов), Конгресс холл (2007, Р.У.Муллагилдин Киоказу Араи, “Arai Architeсts” м‑н берлектә; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. биналар.

Әҙәб.: История архитектуры Республики Башкортостан.  Уфа, 2002.

К.А.Донгузов, А.Е.Навозова 

Тәрж. Г.С.Балтабаева 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: