Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҠСИН Урал Ғәзиз улы

Просмотров: 1086

УРАҠСИН Урал Ғәзиз улы (25.8.1951, Чкалов өлкәһе Мәҡсүт а. — 7.3.2022, Өфө ҡ.), архитектор. БР‑ҙың атҡаҙанған архитекторы (1994), РФ‑тың почётлы архитекторы (2001). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1995). З.Ғ.Ураҡсиндың ҡустыһы. Мәскәү архитектура институтын тамамлағандан һуң (1974) Сибай ҡ. баш архитекторы, 1994 й. алып Өфө хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигының 1‑се урынбаҫары, 2000 й. — БР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 2013 й. башлап “Башкиргражданпроект” институтының генераль директоры советнигы. БР‑ҙың Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе (2003—15 йй.).

Сибай ҡ. генераль планы (1976), үҙәген деталләп планлаштырыу (1977), ҡайһы бер микрорайондарҙы төҙөү (80—90‑сы йй.) һәм йәмәғәт биналары, ш. иҫ. автовокзал (1987), Никах йорто (1994) проекттары авторы. У. етәкселегендә БР ҡалалары һәм район үҙәктәренең генераль пландары эшләнгән.

  Хеҙм.: Дарю друзьям города. Уфа, 2001.

  Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строительный комплекс Республики Башкортостан /авт.‑сост. А.С.Нугуманов. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022