Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПОЗИТОРҘАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1379

КОМПОЗИТОРҘАР СОЮЗЫ, комп. һәм музыка белгестәренең ижади берекмәһе. 1940 й. 2 февр. Өфөлә БАССР-ҙың Совет комп. союзы булараҡ ойошторола, 2 марттан алып СССР Совет комп. союзының (1957 й. — СССР К.с.) Башҡ‑н бүлексәһе, 1960 й. — РСФСР К.с. составында, 1992 й. — БР К.с. Төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — Башҡортостанда муз. ижад үҫешенә булышлыҡ итеү һәм музыка сәнғәтен пропагандалау, Союз ағзаларының соц.-хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлау. К.с. респ. муз. мәҙәниәтте һәм белем биреүҙе үҫтереү программаларын эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, йәш комп. һәм музыка белгестәренә ярҙам күрһәтә; мәҙәни‑ағартыу, нәшер итеү, консультация биреү, хәйриә һ.б эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә; яңы муз. әҫәрҙәрҙе тыңлау һәм тикшереүҙе, башҡ. композиторҙары ижадына арналған сараларҙы, уларҙың концерттарын ойоштора. К.с. әҙәбиәт һәм сәнғәт декадаларын һәм көндәрен, музыкаль фестивалдәр һәм конкурстар, ш. иҫ. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивален, “Аҡ йылға” (“Белая река”) Халыҡ‑ара симфония һәм хор музыкаһы фестивален (1993 й. алып), Н.Сабитов ис. (1995 й. алып), З.Исмәғилев ис. (2007 й. алып) халыҡ‑ара башҡарыусы‑музыканттар конкурстарын һ.б. ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. К.с. ҡарамағында РФ К.с. муз. фондының Башҡ‑н бүлексәһе (1941—95), музыка фәне, йәш комп. һәм музыка белгестәре секциялары (1985—91) эшләгән. Юғары етәксе органы — йыйылыш (4 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 43 ағза (2015). Идара рәйестәре: М.М.Вәлиев (1940 й. алып), Х.Ф.Әхмәтов (1948 й. алып), Х.Ш.Заимов (1953 й. алып), З.Ғ.Исмәғилев (1954 й. алып), Р.Х.Ғәзизов (1978 й. алып), Р.Н.Сабитов (1992 й. алып), С.Ә.Низаметдинов (2005 й. алып), Р.Р.Ғайсин (2009 й. алып), Л.З.Исмәғилева (2013 й. алып).

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023
Связанные статьи: