Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИВАКОВ Владимир Теодорович

Просмотров: 1286

СПИВАКОВ Владимир Теодорович (12.9.1944, Черниковск ҡ., хәҙер Өфө ҡ. эсендә), скрипкасы, дирижёр. СССР‑ҙың (1989), РФ‑тың (1999), БР‑ҙың (2014), Әрмән ССР‑ының (1989), Украина Республикаһының (2001), Дағстан Республикаһының, Ҡабарҙы‑Балҡар Республикаһының (2013) халыҡ артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1967; Ю.И.Янкелевич класы). 1979 й. алып “Мәскәү виртуоздары” (“Виртуозы Москвы”) Дәүләт камерный оркестрының ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм баш дирижёры (1990—97 йй. Испанияла эшләй), 1999—2002 йй. Рәсәй милли симфоник оркестрының, 2003 й. башлап Рәсәй Милли филармония оркестрының (бөтәһе лә – Мәскәү ҡ.) художество етәксеһе һәм баш дирижёры.

Донъя сәнғәтенә ҙур өлөш индергән. С.‑скрипкасының башҡарыу манераһына автор идеяһын тәрән аңлау, бай, матур һәм тулы яңғырашҡа өлгәшеү, нескә нюансировка һәм сағыу артислыҡ хас. Репертуарында донъя классиктары һәм хәҙерге заман композиторҙарының әҫәрҙәре. Күренекле дирижёрҙар К.Аббадо, Л.Бернстайн, Л.Маазель, Р.Мути, С.Озава, М.Л.Ростропович, Е.В.Светланов, Ю.Х.Темирканов етәкселегендәге оркестрҙар менән сығыш яһай. С.‑дирижёрҙың ижады киң билдәле һәм әлегә тиклем башҡарылмаған симфоник әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле интерпретациялау менән айырылып тора. Тәүге тапҡыр 1979 й. Чикаго филармония оркестры (АҠШ) менән сығыш яһай. АҠШ, Бөйөк Британия, Венгрия, Германия, Италия, Францияның билдәле оркестрҙары менән дирижёрлыҡ итә.

Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондын булдыра (1994). Кольмар ҡ. Халыҡ-ара музыка фестивален (Франция, 1989), Өфө ҡ. Владимир Спиваков Халыҡ‑ара скрипкасылар конкурсын (2016) ойоштороусы һәм художество етәксеһе, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортон ойоштороусы һәм президенты (2003). М.Лонг һәм Ж.Тибо исемендәге (Париж ҡ., Франция, 1965), Н.Паганини исемендәге (Генуя ҡ., Италия, 1967), скрипкасыларҙың (Монреаль ҡ., Канада, 1969), П.И.Чайковский исемендәге (Мәскәү ҡ., 1970) халыҡ-ара конкурстары, СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1989), РФ‑тың гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2012) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1993), 2‑се (2009), 3‑сө (1999), 4‑се (2014) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2013), Салауат Юлаев (2019) ордендары, сит ил ордендары менән бүләкләнгән. 2014 й. Салауат ҡ. С. исемендәге йәш таланттар музыка мәктәбе асылған.

Тәрж Г.Һ.Ризуанова

А.Р.Сабирова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021