Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

Просмотров: 1566

СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1990 й. “САММИ” (актёрҙар, менеджерҙар, меценаттар, интеллектуалдар союзы) театр‑мәҙәни берекмәһе составында Башҡ. театр- студияһы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. Театр берекмәһе составында Башҡ. драма театры, 2002 й. Стәрлетамаҡ башҡ. дәүләт драма театры, 2013 й. алып Стәрлетамаҡ дәүләт театр‑концерт берләшмәһе составында. Тәүге художество етәксеһе һәм баш реж. — Г.М.Ильясова. Труппаға Ф.А.Бәкеров, Н.М.Бәкерова, Р.Ә.Ғәлин, Р.А.Ғәлина, К.Б.Исламғолова, И.Х.Йомағолов, И.Р. һәм Ф.А. Рәхимовтар, Ә.Р.Хөсәйенов, Х.Ғ.Яруллин һ.б. инә. Тәүге спектакль — Д.Иҫәбәковтың “Көтөр кешем бар минең” пьесаһы. Театрҙың аяҡҡа баҫыу осоро халыҡтың соц. һәм әхлаҡи аңын асыуға йүнәлтелгән спектакль- концепциялар булдырыу м‑н характерлана. Репертуарға башҡ. һәм Рәсәй авторҙарының әхлаҡи‑фәлс. тематикалы әҫәрҙәре инә: Н.В.Коляданың “Мурлин Мурло”, Р.Ҡол‑Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”, Р.Ғ.Солтангәрәевтең “Теге донъя, был донъя” һ.б. И.Х.Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк”, Ф.М.Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” һәм “Онотолған доға” (БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты, 1994), Б.Гавриловтың “Ҡа‑бул ит уларҙы, Шамбала!”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Мәмерйә” спектаклдәренә психологик киҫкенлек, фәлс. йүнәлеш, гротеск, сатира һәм сәхнә образының метафоралығы хас. Режиссёр М.Хәмид ҡуйған И.Садиҡовтың “Хужа Насретдиндың биш ҡатыны” (репертуарҙа 13 йылдан ашыу), Х.Ниязиҙың “Һөйәркәмә кисен барам” спектаклдәре — музыкаллек, яҡты юмор; У.Шекспирҙың “Король Ричард III” спектакле трагик художестволы фекерҙең тәрәнлеге м‑н айырылып тора. Постановкаларҙы шулай уҡ Ә.Ә.Абушахманов, Бәкеров, А.Ә.Нәҙерғолов, Р.М.Назарова ҡуя; сәхнәне художестволы биҙәүҙе — С.Г.Аслаева, А.Л.‑Х.Ғиләжев, М.С.Шнейдерман; муз. биҙәүҙе — И.В.Лебедев, Р.М.Хәсәнов, И.М.Хәлилов; хореографик постановкаларҙы Х.Ә.Ишбирҙин, А.А.Туғанова, И.Н.Филиппова һ.б. башҡара. 90‑сы йй. аҙ. театрға яңы әҫәрҙәр, оригиналь сәхнә формалары, хәл ителештәре эҙләү хас. Репертуарҙы башҡ. (Ә.Х.Дилмөхәмәтованың “Йософ һәм Алмаҡай”, Р.М.Кинйәбаевтың “Айғырыңды үтескә бир!”, “Гүргә инер сер ине”, Т.Х.Ғарипованың “Ямғыр көткәндә”), татар (Н.Иҫәнбәттең “Һижрәт”), урыҫ (В.П.Гуркиндың “Алтылағы — алтмышта” — “Кадриль”, А.И.Гельмандың “Осрашыу” — “Скамейка”) авторҙарының әҫәрҙәретулыландыра. Театрҙың Т.Уильямс драматургияһына мөрәжәғәт итеүе Ильясованың “Роза тамғаһы” (“Татуированная роза”) постановкаһында сағылыш ала. Труппа составына актёрҙар Ф.Я.Ғөбәйҙуллина, Ш.И.Дилмөхәмәтова, А.Ш.Зөбәйҙуллина, Ә.Ҡ.Йәнбәков, Р.Х.Ҡудашева, А.К. Әхмәҙуллин һ.б. инә. 2000 йй. алып С.б.д.т. башлыса башҡ. һәм татар драматургияһы әҫәрҙәренә (Т.Ғ.Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Н.Ғәйетбайҙың “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ!”, К.М.Аҡбашевтың “Ут күршеләр”, Н.Асанбаевтың “Күктән төшкән бәхет”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”), ш. иҫ. классикаһына (“Ғәлиәбаныу”, М.А.Буранғоловтың “Шәүрәкәй”), мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ сит ил [Мольерҙың “Скапендың мутлыҡтары” (“Плутни Скапена”), “Тартюф”, Д.Патриктың “Ҡәҙерле Памела” (“Дорогая Памела”) пьесаһы б‑са “Был ҡарсыҡты нисек кәңкәйтергә?”, К.Чандраның “Бер мөхәббәт — мең ғашиҡ” (“Одна любовь — тысяча влюблённых”)], урыҫ [В.В.Жеребцовтың “Мин һине бер кемгә лә бирмәйем” (“Я тебя никому не отдам”), Д.В.Гурьяновтың “Ҡолағымда диңгеҙ шаулауы” (“Запах лёгкого загара”)] драматургтарының әҫәрҙәре ҡуйыла. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спектаклдәр [З.М.Муллағәлиеваның “Тылсымлы сүлмәк”, башҡ. һәм урыҫ телдәрендә башҡарыла; Р.С.Саяновтың “Мәрәкә Аладдин” (“Смешной Аладдин”)] араһында З.Ф.Сөләймәновтың “Битарафлыҡтан ҡурҡ” (“Бойся равнодушия”; икеһе лә — урыҫ телендә) киҫкен соц. драмаһы айырылып тора. Тарихи темаларға ҡуйылған Х.А.Ирғәлиндең “Инә бүре ҡарғышы” трагедияһы, Ә.Х.Дилмөхәмәтова м‑н И.И.Дилмөхәмәтовтың “Ҡаһым түрә” эпик драмаһы, М.Шахановтың “Сыңғыҙхандың сере” (“Тайна, унесённая Чингисханом”) романы б‑са “Упҡын ситендә” драмаһы, А.Г.Хөсәйеновтың “Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән” притчаһы, Кинйәбаевтың “Ә Торатау һаман тора...” моңһоу комедияһы үҙенсәлекле сәхнә ҡуйылышы, фольклор элементтарының ҡулланылыуы м‑н айырылып торалар. Спектаклдәр өҫтөндә Н.И.Ирсаева, А.Н.Йыһаншин (2009 й. алып баш реж., 2012—14 йй. художество етәксеһе), Сөләймәнов (башлыса балалар өсөн), О.З.Ханов, Р.М.Хәкимов, И.Р.Әхмәтвәлиев, К.А.Юлдашев эшләй; художестволы биҙәү м‑н Ғиләжев, Т.Ғ.Йәнекәев, А.В. Нестеров, Л.Ф.Сөләймәнова, Д.П.Хильченко; муз. биҙәү — Н.Ә. Дауытов, У.М.Иҙелбаев, Р.Р.Сәғитов, С.Л.Сәсәнбаев; бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыу — В.В.Астахова, Г.С. һәм Р.М. Ишмаковтар, Э.М.Дауытова һ.б. шөғөлләнә. Труппаға И.И. Баймырҙин, А.Ф. Вилданова, А.Х.Шәһиев, ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар Ю.А. Ғәләүетдинова, М.М. Зөбәйеров, А.С.Ишмөхәмәтов, М.С. Щепкин ис. Театр уч‑щеһын (Мәскәү) тамамлаусылар Р.Я.Сынбулатов, А.Я.Туҡтаров һ.б. инә. Дир.: А.Е. Полянкин (1990 й. алып), Ф.К. Үтәғолов (1992), А.Р. Хөсәйенов (1992—96), В.М.Солтанғолов (2002 й. алып), Ф.А.Сөләймәнов (вазифа башҡарыусы; 2005 й. алып), Т.Т.Искәндәров (2006 й. алып), Р.И. Ишмуллин (2013 й. алып), Ғ.Л. Һәйетҡолов (2014 й. алып). С.б.д.т. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. 2002 й. башлап Ленин проспектында үҙ бинаһы бар.

С.С.Сәйетов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021