Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВ Рим (Рәхмәй) Солтан улы

Просмотров: 1199

СЫРТЛАНОВ Рим (Рәхмәй) Солтан улы [22.8.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 13.9.1979, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Сыртлановтар нәҫеленән. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; М.Ә.Мәһәҙиев, В.МортазинИманский курсы). 1928–72 йй. БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 60‑сы йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Юғары сәхнә мәҙәниәте, нескә актёрлыҡ оҫталығы, килешле ҡиәфәте С. 200‑гә яҡын роль башҡарырға мөмкинлек бирә, улар араһында милли әҙәбиәт геройҙары образдары: Мәғсүм Таҡтабашев (“Портфель”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1929), Закир (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Фәйзи (“Рәйсә”, Н.Асанбаев); урыҫ классик: Кнуров (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” – “Бесприданница”, А.Н.Островский), Астров (“Ваня ағай” – “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Каренин (“Тере мәйет” – “Живой труп”, Л.Н.Толстой); совет: Берсенев (“Һынылыш” – “Разлом”, Б.А.Лавренёв), Малинин (“Любовь Яровая”, К.А.Тренёв), Гордей Павлович (“Атайыңдың ҡәҙерен бел” – “Чти отца своего”, В.В.Лаврентьев) драматургияһы һ.б. образдар. Тәрән драматизм һәм гражданлыҡ пафосы м‑н һуғарылған (Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһалана, 1955) Шәүкәтов (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим) һәм аныҡ соц., психологик характерҙа кәүҙәләндергән Фәруҡша (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов) ролдәрендә актёрҙың образдарҙы барлыҡ индивидуаль нескәлектәрендә асыу оҫталығы тулыһынса сағылған. “Салауат Юлаев” к/ф Бохайыр ролен башҡара. Уҡыусылары араһында Р.В.Исрафилов. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1946).

әрж. Г.Һ.Ризуанова

Һ.С.Сәйетов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2021
Связанные статьи: