СОКОЛОВ Владимир Михайлович
СОКОЛОВ Владимир Михайлович (15.3.1939, Өфө ҡ. — 11.1.2017, Омск ҡ.), тренер. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). РФ‑тың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Омск физик культура институтын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (1980 й. алып велосипед спорты теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире). “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Омск ҡ., тренеры — Л.И.Живодёров). Донъя (1970), СССР (1968—71) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы (1967, 1971) чемпионы, күп көнлөк халыҡ‑ара “Донъя велогонкаһы” ярыштары еңеүсеһе (1971). 1979—83 йй. СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры. С. етәкселегендә СССР йыйылма командаһы Олимпия уйындары чемпионы була (1980).
Тәрж. М.Н.Моратшина