Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРОКИН Егор Валерьевич

Просмотров: 991

СОРОКИН Егор Валерьевич (23.4.1977, Өфө ҡ.), спортсы. Спорт ориентиры буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 7‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.А.Капитонов, В.М.Прохоров). Рәсәй чемпионы (1998, 2000; 2 тапҡыр, 2002; 2003—06), Рәсәй кубогын яулаусы (1999), Рәсәй чемпионаттарының (1999, 2006) һәм Рәсәй кубоктарының (2000, 2002—03, 2005—07) көмөш призёры, Донъя кубогы этабының (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2007) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (8 тапҡыр, 1996—97), Донъя кубогының бронза призёры (2 тапҡыр, 1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2008). 2007 й. алып 7‑се СДЮСШОР директоры, 2010 й. — Дим районы физик культура һәм спорт комитеты рәйесе, 2018 й. — Ҡала округы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығында начальник урынбаҫары, 2021 й. башлап начальник (бөтәһе лә — Өфө ҡ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.05.2023