Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОФТБОЛ

Просмотров: 1258

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка, Шемәк аа. (бөтәһе лә — Өфө р‑ны) секциялар эшләй. 1993 й. Николаевка а. Рәсәйҙәге тәүге софтбол стадионы төҙөлә. Респ. С. б‑са “Башҡортостан” командаһының 12 уйынсыһы [беренсе Рәсәй чемпионатының көмөш призёрҙары (1992)] Рәсәйҙең тәүге спорт мастерҙары була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында юғары ҡаҙаныштарға И.Ю.Полецкова һәм А.Р.Уйылданова ирешә. Респ. Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ында 50‑гә яҡын кеше шөғөлләнгән С. бүлеге эшләй (2008). 1990 й. алып БР С. федерацияһы эшләй. С. м‑н тренерҙар В.В.Маклаков, Е.Ф.Маклакова, бөтә Рәсәй категориялы судья А.Ю.Степанов эшмәкәрлеге бәйле.

Е.Ф.Маклакова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019