СПАРТАКИАДА
СПАРТАКИАДА, традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары. СССР‑ҙа беренсе С. 20 б. 20‑се йй. башынан үткәрелә башлай. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы тәүге тапҡыр РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкә спартакиадаһында ҡатнаша, 1932 й. 1‑се Урал‑Кузбасс спартакиадаһының бронза призёры була. 1956—91 йй. СССР һәм РСФСР халыҡтарының йәйге һәм ҡышҡы спартакиадалары үткәрелә. Башҡортостан спортсылары араһынан Г.В.Ваганов (2 тапҡыр, 1962), Р.В.Сөләймәнов (1963; 2 тапҡыр, 1967), Г.В.Куриленко, Ғ.Ф.Ҡадиров, И.А.Плеханов, Б.А.Самородов (бөтәһе лә — 1967), В.М.Соколов (1967, 1971), В.И.Варламов (1974), В.Ф.Анохин (1975), Н.К.Корнев (2 тапҡыр, 1975; 1979), М.Л.Старостин (2 тапҡыр, 1979 һәм 1983), Ә.К.Ибраһимов (1986), С.Е.Журавлёва (2 тапҡыр, 1991), И.Ә.Гәрәев һәм А.М.Пестряев (икеһе лә — 1991) һ.б. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпиондары була. 2006 й. алып йәйге, 2008 й. — ҡышҡы Рәсәй йәштәр спартакиадаһы үткәрелә.
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина