ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №1
ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1971 й. конькиҙа шыуыу спорты б‑са ДЮСШ булараҡ асыла, 1975 й. алып 1‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Конькиҙа шыуыу спорты, фигуралы шыуыу, шорт‑трек бүлектәре эшләй. Мәктәптә 500‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 15 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.В.Блинкова, Б.Р.Вәлиуллин, Ф.К.Ғиззәтуллин, С.А. Елистратов, Р.А.Захаров, Д.А.Мигунов, О.В.Шабаева, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары В.С. Кургинян, Ю.Ю.Чачина, Д.А.Шумилов, ш. уҡ 70‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н З.Х.Адеев, В.К.Кяк, А.И.Максимов, Г.П.Санников, А.Ә.Тимербулатов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Е.Е.Мельчаков
Тәрж. М.Н.Моратшина