Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №10

Просмотров: 1050

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №10. Өфөлә урынлашҡан. 1980 й. 10‑сы ДЮСШ булараҡ асыла, 2004 й. алып 10‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Футбол, туплы хоккей, үләндәге хоккей (ҡыҙҙар) бүлектәре эшләй. Мәктәптә 810‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 20 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Яһалма ябыулы футбол яланы (90×60 м), трибуналар (500 урынлыҡ), мини‑футбол өсөн майҙансыҡ (60×20 м), теория дәрестәре өсөн уҡыу бүлмәләре һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында О.Н.Некрасова, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп командаһы — Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2002, 2004) һәм бронза (1997, 2003, 2005, 2009) призёры, юғары лига ҡатын‑ҡыҙҙар командалары араһында туплы хоккей б‑са Рәсәй кубогының көмөш призёры (2001); ҡыҙҙар араһында туплы хоккей б‑са Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (1996, 2000, 2008—10); юғары лига клубтарының үҫмерҙәр командалары араһында мини‑футбол б‑са Рәсәй беренселегенең бронза призёры (2009). Рәсәй йыйылма командаһы составында: Э.К.Ғәниева — донъя чемпионаттарының көмөш (1994) һәм бронза (1996) призёры, Р.Э.Русаева — ҡатын‑ҡыҙҙар командалары араһында донъя чемпионаттарының көмөш при‑ зёры (2005—08); В.А.Казакова, Ю.И.Садиҡова, Д.Р.Сәйетгәрәева — донъя беренселеге еңеүселәре (2009), Е.А. Захарова һәм Казакова — ҡыҙҙар араһында туплы хоккей б‑са донъя беренселегенең бронза призёрҙары (2011). 

В.Б.Рязанов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019