Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №11

Просмотров: 1007

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №11. Өфөлә урынлашҡан. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе базаһында эшләй. 1953 й. 1‑се балалар спорт мәктәбе булараҡ асыла, 1972 й. алып республика ДЮСШ, 1986 й. башлап 11‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Акробатика, батутта һикереү, ҡаяға үрмәләү спорты, өҫтәл теннисы, уҡ атыу бүлектәре бар. Мәктәптә 600‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 16 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Вайцеховский, Е.Ю.Правоторов, С.К.Рәхмәтов, ш. уҡ 90‑дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н С.А.Степанов, Л.А.Степанова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019