Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАМЪЯН

Просмотров: 1425

ТАМЪЯН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бәшәй, ҡуян, мөлөт, мәсәғүт, тамъян. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙағынан 10 б. тиклем “тама” этнонимы м‑н билдәле булғандар (алтай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, тува, үзбәк халыҡтарында осрай). Т. формалашыуына Арал, Ҡара диңгеҙ буйындағы, Көнсығыш Европалағы иран, уғыр һәм төрки-бәшнәк ҡәбиләләре, һуңыраҡ болғарҙар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһаған. 9 б. Азов буйындағы Бөйөк Болғар тарҡалғандан һуң Т. төньяҡҡа, Волга буйына һәм Урал итәгенә күскән, Дим һәм Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) йй. үрге ағымында төпләнгән. 12—13 бб. тамъяндар көньяҡҡа китеп, Ағиҙел й. урта ағымы, Нөгөш й. тамағы һәм Һуҡайлы й. үрге ағымы терр‑яларын биләп, ҡыпсаҡтар йоғонтоһон кисергән. 14 б. ҡәбиләнең төп өлөшө Башҡортостандың таулы-урманлы райондарына күсеп, Ағиҙел й. үрге ағымы буйлап төйәкләнгән, 14—15 бб. Т. бер өлөшө Урал аръяғына, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йй. басс. буйлап таралған. 16 б. аҙ. — 18 б. башында ҡәбиләнең бер өлөшө ҡабат Ағиҙел, Дим, Нөгөш (Ағиҙел й. ҡушылдығы), Өршәк йй. үҙәндәренә ҡайтҡан, икенсе өлөшө көньяҡҡа күсеп, Туҡ (Һамар й. ҡушылдығы) һәм Кәрәлек (Оло Ырғыҙ й. ҡушылдығы) йй. буйлап төпләнгән. 18 б. Т. бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, юрматы ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәгән. Ҡәбилә Ете башҡ. ырыуы берләшмәһе (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) составына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Тамъян улусын тәшкил иткән. Ҡәбиләнең һаны 18 б. 1‑се ярт. 21 меңдән ашыу кешегә еткән. 18—19 бб. аҙ. Т. йәшәгән терр‑я Боғоросланөйәҙенә, Верхнеуралөйәҙенә, Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 6‑сы (артабан 7‑се), 7‑се (8‑се), 9‑сы (10‑сы), 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР-ҙың Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Туймазы, Шаран, Әбйәлил р‑ндарына, Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ, Туҡ р‑ндарына, Һамар өлк. Оло Чернигов р‑нына, ТР‑ҙың Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Мөслим р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019