Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич

Просмотров: 1215

СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич (28.4.1952, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2021). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Өфө ҡ. йәшәй һәм эшләй.

  Метафизик йүнәлеш вәкиле, әҫәрҙәрендә кешеләрҙең, предметтарҙың һәм тәбиғәттең реалистик һүрәтләнеше социалистик реализмға хас булмаған яңғыраш ала. Ҡала ситтәрен сағылдырған тәүге пейзаждарында — һағышлы кәйеф (“Өфө ихатаһы”, 1977; “Ҡыштырлауҙар”, 1979), ҡайһы бер эштәрендә ысынбарлыҡты ҡабул итә алмау (“Ҡыҫҡа ваҡыт арауығындағы сәйәхәт”, 1987) күҙәтелә. Һуңынан Йыһан нурына һәм серлелегенә мөрәжәғәт итә (“Аҡ юл”, 1993; “Яҡты таң”, 2001; “Ямғырлы баҡса. Вариация”, 2011), рухи төшөнкөлөк хәлен сағылдыра (“Таныш түгел бәләкәй станция”, 2007). С. картиналарында башлыса яңғыҙ, үҙенә йомолған, илаһи көстәр ихтыярына бирелгән (“Оран”, 1990) йәки тормошта бөтөнләй юғалып ҡалған кешеләр (“Юлсылар”, 1992; ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) һүрәтләнә. 1976 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. БР һәм РФ ҡалаларында 60‑тан ашыу шәхси күргәҙмәһе ойошторола (1980 й. алып). Эштәре Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, “Мираҫ”, “Урал” галереялары (бөтәһе лә — Өфө ҡ.), К.А.Савицкий исемендәге музей (Пенза ҡ.) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Михаил Спиридонов. Живопись: каталог. Уфа, 1994; Гарбуз А. Современная художественная культура Башкортостана. Уфа, 2007.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: М.Г.Спиридонов. “Күктең һәм ерҙең тейеүе”. 1999

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022