Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №7

Просмотров: 785

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №7. Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 1999 й. алып 7‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Баскетбол, волейбол, еңел атлетика, кикбоксинг һәм саңғы ярышы (инвалидтар), спорт ориентиры, пауэрлифтинг, футбол бүлектәре эшләй. Мәктәптә 710‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 11 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт (24×12 м) һәм тренажёр (18×5 м) залдары, саңғы базаһы, саңғы трассаһы һалыу өсөн махсус техника һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Сорокин, А.А.Фадеева, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Е.В.Сорокин

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019