Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ

Просмотров: 941

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Башхудожник” ширҡәте булараҡ ойошторола; 1953 й. алып СССР‑ҙың Художество фонды (1958 й. башлап РСФСР‑ҙың, 1992 й. — БР‑ҙың Рәссамдар союзы) эргәһендәге Башҡ‑н бүлеге; 1977 й. — Башҡ‑н художество-производство оҫтаханалары, 1980 й. — Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты. 2004 й. эшмәкәрлеген туҡтата. Художестволы эштәр (картиналар, скульптуралар һ.б.) башҡара, заказ б‑са йәмәғәт биналарын һ.б. биҙәй, комбинат ағзаларының тәжрибә уртаҡлашыуына һәм һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнашыуына булышлыҡ итә. Ширҡәт эргәһендә художество студияһы (1950‑се йй.; ойоштороусыһы һәм етәксеһе — Р.М.Нурмөхәмәтов), квалификацияны күтәреү курстары эшләй. И.‑п.к. составына һынлы сәнғәт оҫтаханалары, биҙәү, скульптура, ағас әйберҙәр эшләү цехтары, художество салон‑магазиндары инә. Юғары етәксе органы — йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы идара була. И.‑п.к. м‑н Р.М.Абдуллин, В.П.Андреев, К.И.Герасимов, Р.С.Зәйнетдинов, А.Т.Платонов, И.Ә.Саяпов, В.С.Сыромятников, А.В.Храмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: