Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ ҺӘМ МИЛЛИ КӨРӘШ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

Просмотров: 1282

ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ ҺӘМ МИЛЛИ КӨРӘШ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. грек-рим көрәше б-са махсус ДЮСШ  булараҡ ойошторола, 2007 й. алып грек-рим көрәше һәм милли көрәш б‑са олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе. Бокс, грек-рим көрәше, көрәш бүлектәре эшләй. Мәктәптә 540-дән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 12 уҡытыусы-тренер эшләй (2013). Махсус спорт (27х18 м; 13,5х12 м;  13,5х12 м) һәм тренажёр (12х7,4 м) залдары һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында: А.‑Б.В.Батталов, М.‑Р.В.Батталов, С.Р.Ғәниев, А.С.Гладков, Н.В.Рухтин, Р.Р.Садиҡов, О.Л.Токарев, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Д.М.Әхмәтйәнов, ш. уҡ 100‑ҙән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м-н В.А.Борман, А.Н.Григорьев, Р.Ф.Ҡорбанғәлиев, Б.А.Понятов, В.И.Севрюков, Р.Р.Сираев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Н.Григорьев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: