Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠ ТАУИСКҮҘ

Просмотров: 1311

ВАҠ ТАУИСКҮҘ (Eudia pavonia), күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары һорғолт аҡ төҫтә, арҡыры таҫмалы, артҡылары һарғылт ерән (инә күбәләктеке һорғолт аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡһәм ҡара ҡаймалы күҙһымаҡ тап бар. Ҡанаттарының сите асыҡ һоро. Овал рәүешендәге асыҡ көрән йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу һары йәки ҡыҙыл сөйәл менән ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙ ҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡарағусҡыл көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апрель—июндә, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана, имаголары туҡланмай. БР‑ҙың тау‑урман райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.10.2022