Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮРТ МӨЙӨШЛӨ ПИРАМИДУЛА

Просмотров: 614

ДҮРТ МӨЙӨШЛӨ ПИРАМИДУЛА (Pyramidula tetragona), мүк һымаҡтар төрө. 5 мм тиклем бейеклектәге йомшаҡ тоноҡ йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ос емешле бер өйлө бер йыллыҡ мүк. Һабаҡ осондағы япраҡтары өйкөм, төҙ, киң йомортҡа рәүешендә, бөгөлгән, һеңерсәһе япраҡ осона тиклем еткән. Ҡумтаһы тура, кире йомортҡа формаһында, перистомһыҙ. Ҡапҡасы 4 ҡырлы. Спора м‑н үрсей. Баҫыу ситендә дымлы балсыҡлы тупраҡта, йырындарҙың дымлы битләүендә, йылға буйында үҫә. Өфө терр‑яһында осраған (1917). БР‑ҙың һәм Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китаптарына индерелгән (1995).

Э.З.Бейешева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: