Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРОГОВ Леонид Степанович

Просмотров: 527

ПИРОГОВ Леонид Степанович (24.3.1882, Вятка губернаһы Пирогов а. — 19.8.1972, Өфө ҡ.), физиолог, биохимик. Биология фәндәре докторы (1937), профессор (1941). Ҡазан ветеринария институтын тамамлағандан һуң (1908) шунда уҡ эшләй. 1917 й. алып Новочеркасск ветеринария институтында: хайуандар физиологияһы кафедраһы мөдире, 1921 й. башлап проректор, ректор. 1922 й. — Эксперименталь ветеринария институтында уҡыта, 1928 й. — Күн аяҡ кейемдәре сәнәғәтенең үҙәк ҒТИ‑нда лаборатория мөдире (икеһе лә — Мәскәү ҡ.), бер үк ваҡытта Иваново‑Вознесенск ауыл хужалығы институтының хайуандар физиологияһы кафедраһы мөдире, 1930 й. алып Бөтә Рәсәй малсылыҡ ҒТИ‑нда бүлек мөдире (Мәскәү ҡ.); 1932 й. — Себер малсылыҡ институтында лаборатория мөдире (Новосибирск ҡ.). 1934—57 йй. БАХИ‑ла: малдар физиологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1935—37 йй. зоотехния факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге эш процесында аттың физиологик үҙенсәлектәрен, мал аҙыҡтарындағы аҡһым матдәләренең биологик ҡиммәтен өйрәнеүгә арналған. Түләмә менән ауырыған малдан алынған күн сеймалын дезинфекциялау ысулын эшләү менән шөғөлләнә. П. тарафынан эритроциттарҙың медицинала ҡулланылған ултырыу реакцияһы күрһәтмәләрен анализлау ысулы тәҡдим ителгән.

    Хеҙм.: Метод выявления действительной (истинной) скорости оседания эритроцитов крови человека //Клиническая медицина.1952. №5.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022