Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӨГӘЙ

Просмотров: 709

ЗӨГӘЙ (Cottus gobio), диңгеҙ этеше һымаҡтар отрядының диңгеҙ саяндары ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европаның сөсө һыу ятҡылыҡтарында Төньяҡ Испаниянан алып Уралға тиклем йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 12 см тиклем, орсоҡ формаһында, яланғас йәки ваҡ һөйәк энәләр м‑н ҡапланған. Төҫө һорғолт; ҡанатында (ҡорһаҡ ҡанатынан башҡа) ваҡ ҡараһыу таптар бар. Ауыҙы ҙур, айғолаҡ ярыҡтары киң. Ҡойроҡ ҡанаты йомро. Енси яҡтан 4 йылда өлгөрә. Апр.—майҙа ыуылдырыҡ сәсә. Үрсемлеге — 40—410 ыуылдырыҡҡа тиклем. Бер йәки бер нисә инә балыҡ таш аҫтына йәки ярығына һалған ыуылдырыҡты ата балыҡ селбәрәләр сыҡҡанға тиклем һаҡлай. 5 йылға тиклем йәшәй. Һыу төбөндә йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар һәм балыҡ селбәрәләре м‑н туҡлана. БР‑ҙа Ағиҙел й. басс. ҡараған йылға һәм шишмәләрҙә осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019