Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТЫРЛАН

Просмотров: 571

ТАТЫРЛАН (Salicornia), алабутаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы быуынтыҡлы, төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, ҡайһы берҙә ҡыҙыл төҫтә, бейеклеге 5—40 см. Япрағы ҡапма-ҡаршы, тәңкә рәүешле еңсәләргә тиклем редукцияланған. Сәскәһе ике енесле, башаҡ рәүешле сәскәлектәргә йыйылған шәлкемдәрҙә 3‑әрләп урынлашҡан. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше ваҡ, йомортҡа формаһында, төктәр м‑н ҡапланған, авг.—сент. өлгөрә. Башлыса Башҡортостандың Урал алды көньяғында, Башҡортостандың Урал аръяғында, дымлы һәм ҡороп барған татырлыҡтарҙа, техноген сәбәпле тоҙланған тупраҡтарҙа үҫә. Составында алкалоидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Мал аҙығы үҫемлеге. Инсектицид.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019