Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ

Просмотров: 1603

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ, шыйыҡ, газ хәлендәге йәки ҡаты продукттарҙы үткәргес торбалар буйлап ташыуҙы тәьмин иткән транспорт төрө. Тәғәйенләнеше һәм урынлашыу терр‑яһы б‑са магистраль (магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр) һәм сәнәғәт Ү.т.т. (технологик үткәргес торбалар) айырыла. Ү.т.т. ш. уҡ ҡала газ бүлгес, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре һ.б. инә. Башҡортостанда йөк әйләнешенең 70,5%‑ы Ү.т.т. өлөшөнә тура килә (2008), йөк күсереү 67,2%‑ы тәшкил итә. Тәүге Ишембай — Өфө нефть үткәргесе 1936 й. (төҙөлгәндән алып үткәргес торба селтәре 20 тапҡырға оҙоная), газ үткәргес 1953 й. Туймазы — Өфө — Черниковск участкаһында төҙөлә. Ү.т.т. төп өлөшө бөтә нефть сығарған райондарҙы һәм нефть эшкәрткән з‑дтарҙы берләштерә, нефтте респ. пр‑тиеларына, Татарстанға, Һамар өлкәһенә һ.б. ташыуҙы тәьмин итә. Респ. РФ‑тың ҙур компаниялары эшләй: “Газпром трансгаз Уфа”, “Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре”, “Уралтранснефтепродукт”. 2008 й. БР һыу үткәргес селтәрҙәренең оҙонлоғо 8446,4 км, урам канализация селтәренеке — 1166,5, йылылыҡ һәм пар селтәрҙәре (ике торбаны бергә иҫәпләгәндә) 4120,3 км тәшкил итә.

В.Г.Карпов, И.А.Соловьёва

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда үткәргес торба транспортының төп күрһәткестәре

 

1990

1995

2000

2005

2009

Нефть һәм нефть продукттары һурҙырыпағыҙыу, млн т

213,9

109,7

24,0

24,5

23,2

Йөк әйләнеше, млрд т-км

60,9

33,2

87,2

130,3

119,9

Магистраль үткәргес торбалар оҙонлоғо, км

9593

9971

9437

9370

    ш. иҫ. магистраль газ  торбалары

4496

4711

4743

4745

             нефть үткәргестәр

3750

3913

3318

3242

             нефть продукттарын үткәргестәр

1348

1347

1376

1383

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019